"Йәшлек"тең йүкә телефоны


Channel's geo and language: Kazakhstan, Kazakh
Category: Shock content


Каналға һылтанма: https://t.me/+YdhLsYZMNboyNTA6
Бында "Йәшлек" гәзите ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, ғибрәттәр, «ҡыҙыу» хәбәрҙәр һәм башҡа фәлән-фәсмәтән тураһында яҙа.
Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла. Админға @Yukatelephon_bot аша мөрәжә

Related channels  |  Similar channels

Channel's geo and language
Kazakhstan, Kazakh
Statistics
Posts filter


Юлға сыҡмай тороуығыҙ хәйерле! Өфө-Белорет юлы!!!


Әбйәлилдән һөйкөмлө Рәүиә апайҙа тотош байлыҡ - тарихи ҡомартҡылар һаҡлана! "Үҙемдең ағайҙарым да фото төшөрә инеләр, һуңынан, кейәүгә сыҡҡас, иремдең дә фото менән мауыҡҡанын белдем. Улар менән бергәләп фотоплёнканы фотоаппаратҡа дөрөҫ итеп ҡуйырға, ысҡындырып алып, фотобачокка урарға өйрәндем. Тәҙрәләрҙе ҡаплап, ҡараңғыла аҡлы-ҡаралы фотолар эшләү, уларҙы хужаларына бүләк итеп таратып биреү - үҙе бер тарихи иҫтәлек бит ул. Төҫлө плёнкалар сыға башлағас уҡ реактивтар һатыуҙа булманы. Мин фото эшләтер өсөн плёнкаларҙы ҡалаға алып барып тапшыра инем. 20-25 йыл элек шунан эшләтә торғайным. Рулон фотобумагаға эшләп, ҡырҡып бирә инеләр", - тип һөйләй гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы. ☝️❤️👍


Һеҙҙекеләр сәй эсәме ни?
Үәт беҙҙекеләр эсә!

Башҡорт сәй эсмәй булмаҫ,
Сәй эсеүҙән һис туймаҫ,
Бүтән эштәр көтөп торһон
Түргә самауыр ҡунғас.

Күрше менән күрешеп,
Хәл-әхүәлде белешеп,
Сөкөр- сөкөр- сөкөрҙәшеп
Бер самауыр сәй эсеп,

Матур хәбәр һөйләйек.
Ҡыҙыҡтарға көләйек.
Самауырҙың шыжлауына
Ҡушылып көй көйләйек.
Сәйле тормош - көйлө тормош,
Көйһөҙлөктө белмәйек!


Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Юлай Кәримов фотоһы.


Хәрби разведчиктар көнө менән!

✔️Бөгөн 5 ноябрҙә Рәсәйҙә – Хәрби разведчиктарҙың һөнәри байрамы. Ул
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2006 йылдың 31 майындағы 549-сы указы менән билдәләнгән.
✔️Әйткәндәй, разведка буйынса беренсе орган – Йәшерен эштәр экспедицияһы 1654 йылда Алексей Михайлович батшалыҡ иткән осорҙа барлыҡҡа килгән.


Хәрби разведчиктар көнө бөгөн!!! Бармы һеҙҙең арала разведчиктар?


Бынау бесәй рәхәт кенә итеп үрҙән шыуып төштө


Һай, афарин, Айсулпан🌷🥰👍!

Киләсәктә әртис булыр ул. Бәләкәй генә булһа ла бигерәк килештерә. Ейәнсура районының Сәғит ауылынан Айсулпан Тоҡомбәтова яңы вайнында "Йәшлек" гәзитенә реклама ла яһаған👍👍👍. Маладис та инде! Ҡарайыҡ, баһалайыҡ, дуҫтар🥰🥰🥰!


Йылылыҡ вентиляторы отҡоғоҙ килһә...

Был аҙнала «Аҙ­на һайын – бүләк» уйыны үтәсәк. 2025 йылдың беренсе яртыһына гәзиткә яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ квитанция­һы­ның күсермәһен редак­цияға ебәреп, гәзитле лә, бүләкле лә була ала. Отош уйынында ҡатна­шыу­сылар өсөн йылылыҡ вен­ти­ля­торы уйнатыла.
Унан тыш, гәзит-журналдарға яҙы­лыу та­мамланғас, кухня комбайны, саң һурғыс, электр ит үткәргесе, муль­тибешергес, блендер, электр сәйнүге кеүек шәп бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ.




Аштарығыҙ тәмле булһын!

Байрам көндө өйҙәгеләрҙе тәмле ризыҡтар менән һөйөндөрөгөҙ!


Бесәй менән бергә ҡунаҡтар көтәбеҙ!

Ҡунаҡ көтәм. Йөрәгемде ҡағындырып,
Килер көткән яҡындарым һағындырып,
Осрашыуҙы көтөүҙәре үҙе рәхәт,
Һағынышып осрашыуҙар - үҙе бәхет.

Осрашыуҙар, күрешеүҙәр – бер генә мәл,
Йышлатырға, оҙайтырға табып әмәл,
Йәшәй алһаң, бәхет артыр һымаҡ ҡына,
…Был донъяла үҙебеҙ ҙә ҡунаҡ ҡына…

Фирүзә Абдуллина

Юлай Кәримов фотоһы.


Мәләүездә башҡорт ҡыҙына һәйкәл ҡуйҙылар!

Мәләүез ҡалаһына ингән урында «Мәләүез гүзәле» тип аталған һәйкәл асылды. Башҡорт ҡыҙы стилләштерелгән милли кейемдә, атҡа атланған, бер ҡулына бөркөт тотҡан. Мөһабәт һәйкәл минераль ашламалар заводы һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында ҡойолған.

Монументтың бейеклеге - 5,6 метр. Уның авторы — урындағы скульптор Игорь Павлов, ул ижади эшен ҡалаға бушлай бүләк иткән.


Яңы эҙҙәр һалып уҙған берәү

Аҡ ҡарҙарҙы биҙәп, һалдым
Яңы эҙҙәр.
Аҡ ҡағыҙға теҙеп ҡуйҙым
Яңы һүҙҙәр.
Өмөт менән төбәлгәндәр
Алға күҙҙәр —
Яңы йылда насип булһын
Яңы үрҙәр!
Шатлыҡ менән балҡып торһон
Беҙҙең йөҙҙәр!
...Хыялланып, аҡ ҡағыҙға
Теҙәм һүҙҙәр...

Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина.
Юлай Кәримов фотоһы.


Байрам менән!
"Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле байрам менән ҡотлай!


Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән, дуҫтар!

Әйткәндәй, республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт һәм төрлө конфессия вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.


Иртәгә ял икәнен онотмағыҙ - будильниктарҙы һүндерәбеҙ


Белорет районында хәлдәр ошолай


Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров.
16 октябрь 2007 йыл.
"Йәшлек"
Юлай Кәримов фотоһы.


Әле генә ҡояш ине, хәҙер буранлап тора

Скорпиондарҙың тыуған көнө башланды, көн торошо шуға шулайта


Йөрәгем таш кеүек ҡатып бөтһә лә
Мин һиңә тип сәскә һайлайым.
Ҡолаҡтарым һине ишетмәһә лә
Мин һине ҡараңғыла тыңлайым.

Күҙҙәрем һуҡрайып бөтһә лә
Мин һине көтөп ҡалғайным.
Һин яҡындан киткәндә лә
Мин һине һаман эҙләй инем.

Юлай Кәримов фотоһы.

20 last posts shown.