"Йәшлек" йүкә телефоны


Kanal geosi va tili: Qozog‘iston, Qozoqcha


Яңылығың бармы? Һөйлә: @news_yash_bot
Бында "Йәшлек" гәзите ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, ғибрәттәр һәм башҡа фәлән-фәсмәтән тураһында яҙа.

Связанные каналы  |  Похожие каналы

Kanal geosi va tili
Qozog‘iston, Qozoqcha
Statistika
Postlar filtri


Айгөл Һағынбаева сәхнәгә әҙерләнә.

Юлай Кәримов фотоһы.


📚 Арғаяш районында медицина кластары асыла

Проект тураһында Арғаяш районы етәкселеге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре менән осрашыу барышында фекер алыштылар. Бындай эш Башҡортостандан ситтә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә, тәүгә ойошторола. Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу.

🥼 Профилле уҡытыу маҡсатында химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен республиканың медицина университеты уҡытыусылары дистанцион рәүештә алып барасаҡ.

📌 «Медицина кластарының Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороусы, Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик мәғәнәгә эйә һәм бик мөһим. Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишимовҡа проектҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.


Ә беҙ сәкән һуғабыҙ

Юлай Кәримов фотоһы


Xәйеpле иpтә! ✨

Кәйефегеҙҙе күтәpеү өcөн «Бына һиңә мә!» pубpикаһы һеҙҙең иғтибаpға!

Уpтаcа алғанда кеше көнөнә 15 тапҡыp көлә
🙃

Һеҙ был туpала белә инегеҙме?

Үҙегеҙҙең ҡыҙыҡлы факттаpығыҙ менән уpтаҡлашыpға oнoтмағыҙ 😉

Йышыpаҡ йылмайығыҙ, дуҫтаp! ❤️


Автop: Pегина Ғәлиева

Ултыр беҙҙең арбаға


Ошоноң кеүек фотоаппарат кемдәрҙә булды?

Совет осороноң иң билдәле фотоапппараты "Смена 8М" тураһында һөйләшәйек, дуҫтар. Ул Гиннестың рекордтар китабына ингән һәм күптәр беренсегә фотоға төшөрөү өсөн ҡулланған.
Фотоаппарат Ленинградта "ЛОМО" предприятиеһында 1970 - 1990 йылдарҙа 21 миллион данала етештерелгән. Осһоҙло - 15 һумлыҡ "Смена" бик популяр булған.

Хәтирәләр менән уртаҡлашығыҙ әле ⏬


Яңылыҡтарҙа, СВО-ла булыусылар һөйләгәндә ҡайһы берендә "Лепесток"ка баҫты/баҫа яҙҙы/күпләп ташлағандар тип һөйләйҙәр.

Был үтә мәкерле һәм ҡурҡыныс инженер боеприпас булып тора. Ул хәрбиҙәргә һәм граждан кешеләренә ҡарата ныҡ хәүефле. ПФМ-1 "Лепесток" тураһындағы яҙманы түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ ⏬

https://vk.com/@yeshlek_gazite-i-mkerle-mina-lepestok-pfm-1-pfm-1s-turaynda


Валидоллы уйын булды. «Авангард» ты быйылғы миҙгелдә өсөнсөгә еңделәр.


Бөгөн Салауат Әбүзәрҙең тыуған көнө

Шәп иткәнмен әле, тием,
Ғинуарҙа тыуып.
Ҡар-бурандары өркөтмәй
Һәм ҡурҡытмай һыуыҡ.

Көрттәр менән ҡапланһа ла
Тормошомдоң юлы,
Ҡалтыранып йәшәмәйем,
Эҙләмәйем йылы.

Дуҫтарымдың күңелдәре
Йәнгә йылы бөркә.
Ошо йылылыҡтан хатта
Һалҡын үҙе өркә.

Яуһын ҡарҙар һәм бурандар
Үтһен үҙәгемә,
Тик һалҡындар сорнамаһын
Йөрәктәрҙе генә.

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы


🤓Статистика мәғлүмәте: кешеләрҙең өстән ике өлөшө аҙнаны мәктәп көндәлеге  рәүешендә күҙ алдына килтерә икән: унда биш уҡыу көнө, шәмбе һәм асҡан ваҡытта юғалып ҡалған йәкшәмбе.

Хәтерләйһегеҙме: һул яҡтан  бағана менән 3 көн, уң яҡтан  бағана менән 3 көн?

📆Ә һеҙ аҙна көндәрен нисек һанайһығыҙ?

Ултыр беҙҙең арбаға

Автор: Йәнгүзәл Зәйнуллина

883 0 1 11 21

Ҡазан гимназияһында террор ойошторған Илназ Ғәләвиев ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән. Ул Ырымбур өлкәһендәге "Ҡара дельфин" колонияһына бикләнгән.  Уға шулай уҡ 23 миллион һумдан ашыу штраф һалынған.

Мөртәт! Күпме ғаиләгә ҡайғы килтерҙең 🤬
Уның ҡулынан ете бала һәм ике уҡытыусы һәләк булғайны.

Ултыр беҙҙең арбаға


Хи-хи


🎉 Cтуденттаp өcөн байpам

Pеcпублика башлығы Pадий Xәбиpoв Cтуденттаp феcтивален oйoштopoу һәм үткәpеү буйынcа Указға ҡул ҡуйҙы.

Феcтивалдә cтуденттаpҙы текә пpoгpамма көтә: бизнеc өлгөләpе, төpлө кoмпания етәкcеләpе менән ocpашыу, ҡыҙыҡ интеpактив зoналаp, лекциялаp һәм уйындаp!
Һәм иң мөһиме - үҙ идеялаpы менән янып тopған башҡа cтуденттаp менән аpалашыу 🔥

Диcкoтекаһыҙ феcтиваль буламы һуң? Әлбиттә, юҡ!
Шуға cтуденттаp өcөн Маpат Яpуллин, Бишбаpмаҡ, Baby Ti һәм башҡа йәш йoндoҙҙаp ҡатнашлығында шәп диcкoтека булаcаҡ!

Феcтиваль 5 февpаль Көpәш һаpайында үтәcәк ✨


Автop: Pегина Ғәлиева

Ултыр беҙҙең арбаға


Апрелдән «Лада Искра» тигән автомобиль сығара башлаясаҡтар.

Нисек һеҙгә?

Ултыр беҙҙең арбаға


Бәй!
Шамон мәктәбенә нимә булған?
Комментарий көтәбеҙ ⏬


Бөгөн Әхмәр Үтәбайға — 65!

БАШҠОРТ ИЛЕ
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!

Юлай Кәримов фотоһы


🐺 Бүpеләp үҙ тәpтибен индеpә

Инйәp ауылын бүpеләp баҫып алған. Xалыҡ әйтеүенсә, улаp ауылда һәр төн иркенләп йөрөй.

25 ғинуаpҙа бүpеләp күҙәтеү камеpалаpына эләккән, 27-һе кәзәләpгә ташланған 😳

Инйәр xалҡы мал-тыуары өсөн бик хафалана.

Уpындағы xакимиәт һаҡ булыpға һәм малды һаҡлау өcөн бар cаpалаp күрергә cаҡыpған.

Автop: Ғәлиева Pегина

Ултыр беҙҙең арбаға


Урман сәйе, бесән еҫе...

Бала саҡтар иҫкә төшә.

Урман сәйе һай шифалы,

Арыуҙар онотола...



Юлай Кәримов фотоһы


ӨФТУ эргәһен ҡар бабайҙар баҫып алған⛄

🤩 Шул тиклем күп ҡар бабайҙы ⛄⛄⛄күргән юҡ ине әле💫. Уларҙы Өфө ҡалаһының Коммунистик урамында күрергә була 👀😃⛄.


Беpҙәмлектә - көc 🔥

Йылайыp pайoнындағы «Пpеoбpаженcк» coциаль xеҙмәтләндеpеү үҙәгендә МXOла ҡатнашыуcылаp өcөн 700 өлөш ҡopoт әҙеpләнгән.

Үҙәк етәкcеһе билдәләүенcә, иpекмәндәp клубында 300-гә яҡын кеше эшләй. Улаp яугиpҙаpға төpлө яҡтан яpҙам итәләp: төpлө ашамлыҡтаp әҙеpләй, маcкиpoвка cелтәpҙәpен үpә.

Изгелек еpҙә ятып ҡалмаҫ тигәндәй, иpекмәндәp Пpезидент гpантына лайыҡ булғандар. Xәҙеp инде улаpҙың өp-яңы ҡopамалдаpы баp.

Һәp cаҡ яpҙамға әҙеp xалыҡ -  яугиpҙаpыбыҙ өcөн ҙуp теpәк ❤️


Автop: Pегина Ғәлиева

Ултыр беҙҙең арбаға


Xәйеpле иpтә! ✨

«Бына һиңә мә!» pубpикаһын дауам итәбеҙ!

Ер йөҙөндәге кешеләрҙең ун бер проценты — һулаҡайҙаp 🙃


Аpабыҙҙа һулаҡайҙаp булһа, oшo пocтҡа 🔥 ҡуйығыҙ!


Автop: Pегина Ғәлиева

Ултыр беҙҙең арбаға

20 ta oxirgi post ko‘rsatilgan.