"Йәшлек" йүкә телефоны


Гео и язык канала: Казахстан, Казахский
Категория: Шок-контент


Каналға һылтанма: https://t.me/+YdhLsYZMNboyNTA6
Бында "Йәшлек" гәзите ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, ғибрәттәр, «ҡыҙыу» хәбәрҙәр һәм башҡа фәлән-фәсмәтән тураһында яҙа.
Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла. Админға @Yukatelephon_bot аша мөрәжә

Связанные каналы  |  Похожие каналы

Гео и язык канала
Казахстан, Казахский
Категория
Шок-контент
Статистика
Фильтр публикаций


Мунса
Йәнекәйем бөгөн мунса яҡҡан,
Ҡоро ҡараманан утыны.
Эҫеһенән ҡолаҡ шөрөшөрлөк,
Шартлап тора ҡайнар ут-тыны.

Мунсаларҙан сығам янып-бешеп,
Сикәләрем тора алланып.
Ожмах бында, бына ошо ерҙә,
Эҙләйһе лә түгел һайланып!

Фирүзә Абдуллина.

Юлай Кәримов фотоһы.


Бармы бында Гөлназдар? Гөлназдарға ебәр! НАМАҘ УҠЫРҒА ВАҠЫТ!


Республика башлығы Радий Хәбировҡа һорауың бармы? Биреп ҡал!

Республика Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә БСТ, "Рәсәй 24", "Башҡортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", "UTV" телеканалдары һәм "Юлдаш" радиоһы аша тура эфирҙа халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнештең трансляцияһын Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Һорауҙарҙы “Республика башлығы менән тура бәйләнеш” телеграм-ботында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында кире бәйләнеш платформаһында һәм Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабрь 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.


Гөлшат Кускилдина
Һәүәҫкәр йырсы.Ейәнсура һылыуы.

Юлай Кәримов фотоһы


Ҡартаямы ни ул йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла?

Ейәнсура районының Ибрай ауылынан Гөлбаныу һәм Әлфиә инәйҙәрҙең бейеүе һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.


Бәхет өсөн күп кәрәкмәй! Килешәһегеҙме?


Бөгөн көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -1, көндөҙ ҙә -1 градус.


Елмерҙәк, Өфө-Белорет юлында, бөгөн♥️♥️♥️


Көтмәгәндә ялға ҡайтҡан яугир сәхнәгә күтәрелгән

Был ваҡытта сәхнәлә йырсы Филүз Юлдашбаев «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарған. Ялға ҡайтҡан «Малой» позывнойлы һалдат сәхнәгә сығып уға ҡушылған.

1k 0 5 10 40

Бөгөнгө көн торошо хаҡында ҡыҫҡаса. Алмаш аяҡ кейеме һалып йөрөгөҙ. Һеҙҙең яҡта ла шулаймы ул?


Бөгөн Өфөлә епшек ҡар яуҙы

Юлай Кәримов фотоһы


Тәҙрә
Йомаҡтар.

Өйгә лә инмәгән, тышҡа ла сыҡмаған, ике битен яры ҡаплаған.
Йәй булһа, ябылмай, ҡыш булһа, асылмай.
Керис-мерис — ялтыр мейес.
Әндерәй ҡарттың ындыры дүрткә-бишкә бүленгән.
Яланы быяла, мижаһы ағас.
Аҡ бабайҙың баҡсаһы, арҡылы ла торҡоло.
Юлай Кәримов фотоһы.


Бөгөн бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, шулай уҡ сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, көндөҙ +2, -3 градус.


Болондарҙа атта сабам

Юлай Кәримов фотоһы.


БашДТП хәбәр итә!

‼️‼️Срочно: БПЛА замечен в небе. Летит в сторону Башкирии. Источник Честного Репортажа.

👉Наш источник утверждает, что от 76-ой дивизии ПВО министерства обороны России г. Самара поступила информация о том, что со стороны Ростовской области в северо-восточном направлении наблюдается полет одного беспилотного летательного аппарата.
Возможна угроза атаки БПЛА на территории Республики


Эх, һеҙ матур ҡыҙҙар,
Ник шаяртаһығыҙ?
Йөрәгемдең яныуҙарын аңламайһығыҙ...

Юлай Кәримов фотоһы.


Бөгөн көн болотло, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 0, +1, көндөҙ 0, +1 градус.


Һинһеҙ.

Һинһеҙ бешкән икмәктең һис
Тәме булмай,
Нимә генә һалһалар ҙа
Һинһеҙ уңмай.
Һимеҙ ит тә тәме юҡтан
Ябыҡ кеүек,
Барса ризыҡ араһында
Һин иң бөйөк.
Ер аҫтынан да алалар
Һине ҡаҙып,
Һыу эсенән дә алалар
Һине һөҙөп.
Ҡайҙа ғына йәшенһәң дә
Табасаҡтар,
Аштарына тәм өҫтәргә
Һаласаҡтар.
Һин кәрәкһең атына ла
Һыйырына,
Ҡулланма-тип врачтарҙың
Тыйырына,
Аяттарҙа иң алда һин
Ултыраһың,
Тәндәреңә илһам нуры
Тултыраһың.
Табын йәме икәнеңде
Берәү күрмәй,
Тәмең сыҡһа ҡабат һиңә
Һис үрелмәй.
Урталыҡтан һине ситкә
Этеп ҡуйып,
Ҡарҡ кикерә ризыҡтарҙы
Маҡтап,туйып.
Һине берәү иҫкә алмай,
Бар икәнең
Тоҙһоҙ бешһә шунда ғына
Бар икәнһең.

Салауат Әминев




Әпәт овертайм. Үкенескә күрә, былай юлы уңыш Магнитогорскиҙың «Металлург» ына йылмайҙы.

Показано 20 последних публикаций.