Яңы йыл төнөндә 4 бала имгәнгән.
Улар республика балалар клиник дауаханаһының травматология пунктына мөрәжәғәт иткән. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Ике бала тюбингта шыуғанда йәрәхәтләнгән. Бер йәш пациент баҫҡыста тайып йығылған, уның аяғы һынған.
11 йәшлек ҡыҙ петарда шартлауҙан зыян күргән. Ул Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институтына оҙатылған. Республикала яңы йыл төнөндә 300-ҙән ашыу ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы дежур иткән. Травматология пункттары тәүлек әйләнәһе эшләй.