ЮЛДАШ радиоһы


Гео и язык канала: Казахстан, Казахский
Категория: Новости и СМИ


Похожие каналы

Гео и язык канала
Казахстан, Казахский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций


Бөгөн Өфөлә танылған ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙаттылар.

Рәшит Закир улы 87 йәшендә вафат булды. Әҙип менән хушлашыу сараһында Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Рәшит Шәкүр замандаштары өсөн өлгө булып торҙо. Ул башҡорт теле үҫешенә тос өлөш индерҙе, бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы”, - тине Республика Башлығы.


Радий Хәбиров Рәшит Закир улының исемен мәңгеләштереү өсөн тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәге тураһында белдерҙе.

Матәм митингы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Рәшит Шәкүр Өфөнөң Мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.


🎤 “Йырлы ғаилә” конкурсы. Финал.

Ҡатнашыусылар өсөн тауыш бирегеҙ:

https://vk.com/app7198399_-4647320#poll66790c6a511709432f9d868c

#Ғаилә_йылы2024


Ғәйәт ҙур йәйен.

🎣 Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы балыҡсыһы Әй йылғаһында 25 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Уның оҙонлоғо - 169 сантиметр.

"Балыҡ тотоу менән күптән мауыҡһам да, ошондай ҙур балыҡты тәүгә күрәм", ти яҡташыбыҙ.


Ай-һай, был йәйенде ярға һөйрәп сығарыуы ла еңелдән булмағандыр...


Радий Хәбиров Севастополь һәм Дағстан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә бер минут тынлыҡтан башланды. Кисә Дағстанда һәм Ҡырымда йән өшөткөс фажиғәләр теркәлде. Украина режимы Севастополгә һөжүм итте, Махачкалала һәм Дербентта террористар ике тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмерен өҙҙө. 

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә бер минут тынлыҡтан башланды. Радий Хәбиров Севастополь һәм Дағстан халҡына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.


Башҡортостанға Беларусь артистары килә.

🎭 Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе аҙнала Өфөлә Могилев өлкә драма театры спектаклдәр күрһәтә. “Ҙур гастролдәр” программаһы барышында өс тамаша тәҡдим ителә.

Беларусь артистары Николай Гоголдең “Өйләнеү” һәм француз драматургы Эдмон Ростандың “Романтиктар” комедияларын, шулай уҡ “Суртан әмере буйынса” әкиәт-спектаклен алып килә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Әбйәлил районында һыу баҫҡан.

Кисә Озерный ауылында 76 йорт ихатаһы һәм 2 шәхси йорт һыу аҫтында ҡалған.

Һыу 70 сантиметрға күтәрелгән, ямғыр туҡтағандан һуң һыу кире ҡайта башлаған.

Эвакуацияға мохтаждар булмаған, тип хәбәр итәләр.


Севастополдә бөгөн матәм көнө.

🥀 23 июндә Украина ҡаланың гражданлыҡ инфраструктураһына ATACMS ракеталары менән һөжүм итте, тип хәбәр итәләр илдең Оборона министрлығынан. Һөжүмдән зыян күреүселәр һаны - 151.

Дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала һәләк булған. 82 кеше дауаханаға оҙатылған.

Тәфтиш комитеты теракт статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.


Башҡортостанда “Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә.

❤️ Бөгөн медицина бригадалары Әбйәлил районының  Ҡыҙыл Башҡортостан, Дыуандың Мәтәле, Краснокаманың Яңы Ҡабан, Йәрмәкәйҙең Спартак, Стәрлебаштың Ҡабыҡҡыуыш, Благоварҙың Ҡарғалы ауылдарында эшләй.

Мобиль үҙәктәрҙең эш теҙмәһе менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.  


Яңы аҙна хәйерле, емешле булһын!

🍓 Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
 
Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көслө.
 
Һауа температураһы республикала +16, +21, Өфөлә +18, +20 градус йылы.  
 


Бәхил бул, Ил ағаһы!

🥀 Ҡайғылы хәбәр килде... Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр вафат.

Яҡындарының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


"Ер ҡото" берләштерҙе.

Ғафури районының Ташаҫты ауылы янындағы Уҡлығая буйында "Башҡортостан йөрәге" этнокомплексында lll "Ер ҡото" төбәк-ара этномәҙәни-патриотик фестивале уҙҙы.

Был фестиваль баштан уҡ милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының туған телен һәм мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында үткәрергә уйланылған.

Икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренә һәм ҡатындарына, отпускыла булған яугирҙәргә, шулай уҡ яраланып ҡайтҡан һәм реабилитацияға мохтаж ветерандарға айырыуса иғтибар бүлҽндҽ.


Һөйөнсө, бәпес тыуҙы!

🌷 Етәксебеҙ, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева өсөнсөгә өләсәй булды.

Ҡыҙы Гүзәлиә һәм кейәүе уға ейәнсәр бүләк итте. Ихлас ҡотлайбыҙ! Сабый дүрт күҙ араһында, тәүфиҡлы, аҡыллы бала булып үҫһен.


Туйға - фурала.

👰🤵 Оло Ыҡтамаҡ ауылында ошондай туй кортежын фотоға төшөрөп алғандар.

Йәштәргә бәхет теләйек!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Бар бит шундай оҫталар!

🪖 Салауат районынан Фларис Нуриев Салауаттың айыу менән көрәшен һынландырған.

Оҡшаймы? Ағас эше оҫтаһына һеҙҙән ❤️


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Ә Өфө кисә Венецияға әйләнә яҙҙы...

Көслө ел, йәшен, ҡойма ямғыр - баш ҡалабыҙҙа күптән улай булғаны юҡ ине әле.

Ҡеүәтле күк күкрәүенән хатта автосигнализациялар эшләй башланы. Йөҙҙән ашыу ағас йығылған. Иллеләп автомобиль зыян күргән, тип хәбәр итәләр.

Көслө ямғырҙан һуң юлдарҙы, магазиндарҙы һәм подъездарҙы һыу баҫты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Төмәндә апокалипсис.

🌳 Ҡала урамдарын тирәк мамығы ҡаплаған. Урындағы халыҡ "Иванушки International" төркөмөнөң билдәле хитына видеороликтар төшөрә.

Аллергиялы кешеләргә түҙем бирһен тиергә генә ҡала.


Бөгөн Халыҡ-ара олимпия көнө билдәләнә.

🥇🥈🥉Олимпия уйындары боронғо Грецияның Олимпия ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Унда һәр спортсмен көсөн, һәләтен, кәүҙә матурлығын һәм оҫталығын күрһәтә алған.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Хәйерле иртә! Дәртле бесәйгә мотлаҡ төртөп ҡарарға)))

🌤 Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, күк күкрәп ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә.

Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан йүнәлешен төньяҡ көнсығышҡа үҙәртеп талғын, йәшен ваҡытында көслө.

Һауа температураһы республикала +24, +26, Өфөлә +26, +27 градус эҫе.


Репост из: Радий Хабиров
Последний день Спортивных Игр стран БРИКС принес Башкортостану сразу шесть золотых медалей.

Азалия Аминева из Октябрьского, звезда российского бокса, в финале уверенно победила соперницу из Китая.

Две медали завоевали наши рапиристы. Тимур Сафин и Владислав Журавлев в финале командного первенства Игр БРИКС на рапирах одержали победу над спортсменами из Республики Беларусь.

Еще три награды высшей пробы принесли сборной России борцы на поясах – Алина Пухова, Замира Кусаева и Айнур Сыртаев.

Поздравляю всех наших ребят, их тренеров с триумфом башкирского спорта. Вперед, Россия! Алға, Башкортостан!



Показано 20 последних публикаций.