Һин. Шиғыр. Донъя.


Гео и язык канала: Казахстан, Казахский
Категория: Книги


Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot
Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja

Связанные каналы  |  Похожие каналы

Гео и язык канала
Казахстан, Казахский
Категория
Книги
Статистика
Фильтр публикаций


🤲😌🤍

Раббым, миңә күҙҙәр бирсе
Тик изгелекте күргән!
Ҡулдар бирсе ауыр хәлгә
Ҡалғанға ярҙам иткән.

Хәтер бирһәң тик яҡшылыҡ
Ҡалһын унда мәңгегә.
Яман ҡылыҡ, ауыр һүҙҙәр
Төшмәһен һис хәтергә.

Раббым, миңә йылы һүҙҙәр
Һөйләргә бирсе телде!
Ауыр һүҙҙәр ысҡынмаһын
Яралап ғәзиз йәнде.

Раббым, миңә насип ит һин
Доғалар уҡыр аҡыл.
Яңлыштарҙа, гонаһтарҙа
Тура юлыңа саҡыр!

Ҡаҡшамаҫ иман бир миңә,
Һүнмәһен һөйөү һиңә!
Бер һиңә генә табынып
Йәшәһәм ине ерҙә!

Изгелектәр генә ҡылып
Йәшәһәм ине ерҙә.

#ГөлнурҠыуатова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🩵💫💧

Һин көт кенә...Мин килермен һиңә
Таң елдәре булып яныңа
Йоҡоларҙан наҙлап уятырмын
Бик һаҡ ҡына ҡағылып ҡулыңа

Мин килермен... Мин килермен һиңә
Таң йондоҙо булып иртәлә
Юлдарыңды һинең яҡтыртырмын
Тиңһеҙ нурым менән һәр көндә.

Ак болоттар булып йөҙәрмен мин
Йәнәш атлар өсөн һинең менән
Фәрештәләй ҡанаттарым йәйеп
Һаҡлармын мин догаларым менән.

Көтәм тиһәң... Көтәм тимәһәң дә
Мин килермен Һиңә.... Килермен
Ысыҡ тамсы булып иртәләрҙә
Эҙҙәреңде һинең үбәрмен.

#РүзиләГатауллина


🤍🙏🤗

Бөгөнгө көн бигерәк ҡыҫҡа булды,
Һиҙмәй ҡалдым бер ҙә үткәнен.
Бер бөгөнөм үтте. Кем белә һуң
Күпме бөгөн беҙҙе көткәнен?

Был бөгөнөм бушҡа бушаманы,
Башҡаларға булды бағышлы,
Баш китерлек эштәр башҡарманым,
Барыһы ла ябай, балҡышлы.

Бына шулай үтә бөгөндәрем,
Белмәй ҡалам, бөтмәҫ мәшәҡәт,
Бөтәһенә өлгөрөргә кәрәк,
Бер тәүлегем гүйә бер сәғәт.

Бөгөнгө көн менән ғүмер бөтмәй,
Бер ваҡыт юҡ артҡа ҡарарға,
Өлгөрмәйбеҙ үткәндәрҙе байҡап,
Киләсәкте алдан юрарға.

Эй сабабыҙ тормош етәгендә,
Бөгөнөбөҙ бөткән бөрөшөп,
Эй ҡыуабыҙ ҡыуып етмәҫлекте,
Берсә янып-бешеп, бер өшөп.

…Бер бөгөнөм бөттө. Булһын ине
Бөгөндәрем иркен, киңерәк,
Бөгөндәрем булһын матурыраҡ,
Бөгөндәрем булһын күберәк!

#ФирүзәАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


Ҡояшҡа ынтылыу🔥

Йылдарҙы артта ҡалдырып,
Ҡояшҡа менеп барам.
Ҡояшта янғанымды мин,
Алдан уҡ белеп барам.

Йәным Ҡояш талап итә!
Ут аша, ялҡын аша.
Бар барлығым, бар есемем
Ҡояшҡа яҡынлаша.

Беләм, ҡояш ялҡынында
Ҡанатты көйҙөрөрмөн.
Көйҙөргән саҡта да ләкин
Ҡояшҡа тейҙерермен.

Янырмын, дөрләп янырмын
Мин Ҡояшҡа үрелеп.
Һәм ҡабат йәшәй башлармын
Ялҡынға әүрелеп!

#ӘнғәмАтнабаев

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


⛰️⌚☀️

Ҡая таштай бәлки күренәмдер,
Ер тетрәгән саҡта ҡымшанмаҫлыҡ.
Күңелемдә ел-дауыллы янғын
Тик кешеләр генә ышанмаҫлыҡ.

Күңелемдә өмөт нуры йәшәй,
Моңһоҙлоҡтан йәнде аралаған.
Дауыл тыныр, йәнем, ҡояш сығыр…
Ел үтмәһен беҙҙең араларҙан.

Моң китмәһен ярһыу күңелдәрҙән,
Һөйөү еңә көйөү, ярһыуҙарҙы.
Ярҙарына ҡайта хатта күңел,
Баҫылғандай майҙа ҡар һыуҙары.

#ФәнилБүләков

🤍 Һин.Шиғыр.Донья


Балалар өсөн 👦👧
#ГөлфиәЮнысова шиғырҙары 📖📝☀️
__

 "Тәрилкәләр йылмая” 🥣🍽️

Әсәй йыуа тәрилкәләр,

Ә Ирхан һөртөп тора.

"Табынға мин ташыйым”, -тип,

Ынйыҡай көтөп тора.

Бергәләшеп эшләгәндән

Һәр кем ҡыуаныс таба.

-Рәхмәт һеҙгә, уңғандар, -тип,

Тәрилкәләр йылмая.
__
"Сәк-сәк” ☕🍯

-Сәк-сәкте һуң кем яратмай,

Бик тәмле бит ул сәк-сәк.

Ниндәй ҙә шат булыр ине,

Көн дә сәк-сәк бешерһәк.

-Сәк-сәк байрам  һыйы ғына,

Көн дә байрам буламы,

Аш ашап өйрәнгән кеше

Сәк-сәк ашап туямы?

Шуға уның исеме лә

Аҙ ғына, сәк-сәк кенә.

Ана, майҙа бешеп сыҡты,-

Көтөп тор саҡ-саҡ ҡына.
__

"Тәүге бишле” 5️⃣🤗

Әсәһе:

Нимә булды һиңә, балам,

Һис ултырып тормайһың?

Шатлығың эсеңә һыймай.

Ырғаңлайһың, йырлайһың?

Ынйыҡай:

Гел йырлағы килеп торғас,

Нисек һуң йырламайым?

Һүрәтемә "бишле” ҡуйҙы

Бая Ирхан ағайым.

🤍 Һин.Шиғыр.Донья


Репост из: Гөлназ Ҡотоева/ Гульназ Кутуева
Ҡайҙа ла эшем етәктә,
Ҡайҙа ла яна итәк.
Шулай уңайлы буламы?
Нисек беҙ былай итһәк?

Ҡайҙа ла ҡыуып етә лә
Ваҡыт бүлеүҙе һорай.
Минең уйҙарҙы үҙгәртеп,
Үҙе күргәнсә ҡорай.

Ҡайҙа ла көтөп тора ул,
Үксәгә баҫып килә.
Үрсеп-үрсеп китәм тиеп
Янап та ҡуя миңә.

Етәктә эшең булғанда
Юҡ эс бошоуға урын.
Һағыш та үрелә алмай,
Күңелгә һалып ҡурын.

Етәктә эшең булһын ул,
Ашың булыр өҫтәлдә!
Мөлдөрәп тә мине көткән
Эшем бар минең әлдә!

Гөлназ Ҡотоева

#гөлназҡотоева #яңышиғыр #йөрәгеңнимәти #шиғриәтминуттарында #шиғыр #башҡортшиғриәте


Был тойғо 🥹🤗🥰

Был тойғо — ҡәҙерле, саф, йылы,
Был тойғо — иң дәртле, иң моңло,
Был тойғо — бейетә, йырлата,
Был тойғо — көлдөрә, илата,
Был тойғо — йөрәктә таң атыу,
Был тойғо — иң изге яратыу —
Тыуған йортоңа әйләнеп ҡайтыу.

#ГөлфиәЮнысова

🤍 Һин.Шиғыр.Донья


💁🏻‍♂🙏🤷🏻‍♀

Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.

Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!

Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...

#РәмиҒарипов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


💜👧🏻🙏

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ,
Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә
Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ.

Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй,
Көтөп тора тормош юлында,
Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме,
Мәкерлекме уның ҡулында?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ…
…Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды
Яҙмыш бер үк үҙе һаҡлаһын.

#ФирүзәАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донья


Яҙмыш . . . 🚶🏻

Донъя буйлап атлап киләм әле,
Үҙем һайлап алған юлымдан...
Шул юлымда яҙам яҙмышымды,
Үткер ҡәләм минең ҡулымда...

Яҙмыштарым ҡайсаҡ ҡаты, әсе,
Ҡайсаҡ наҙлы, һөйгән йәрме ни...
Ниндәй булһа ла ул, үкенмәйем -
Бәхет өсөн йылдар йәлме ни!

Юғалтыуҙар һәм ғазаптар аша
Киләм барыбер шатлыҡ, бәхеткә.
Ҡыҙыҡмайым кеше тормошона,
Үтһә лә ул кемгәлер, алтын тәхеттә!

#СәкинәТотманова

🤍 Һин.Шиғыр.Донья


Философик уйланыу🔥🌿

Ут булған ерҙә йәшәү бар
Гераклит

Көлтә, көлтә осҡон осто
Балта сарлағанда
Күктәге йондоҙҙар мы ни
Кинәт ҡарағанда

Йыһан буйлап күпме йондоҙ,
Оса ҙур тиҙлектә
Йондоҙҙарҙы хасил иткән
Cар һуң, ни иңлектә

Берәмектәр араһында,
Аҡыл етмәҫ ара!
Ҡыҙыҡ, бер осҡон тирәләй
Гөрләп йәшәү бара!!!

#СалауатКилсенбаев

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


💭☝️❕

Үткән түгел, ниәт ҡылып, үтелмәгән юл арыта,
Белгән түгел, белмәгәне тынысһыҙға гел тарыта,
Атлайым тип уйлап ҡуйып, атланмаһа аҙым, ҡыйын,
Йыйыла ла шул аҙымдар берәм-берәм, һәр көн һайын,
Күҙҙәреңә күренмәгән, тышау булған йөгөң арта,
Осам тигән саҡтарыңда таштай булып аҫҡа тарта.
Тоҫҡалып та атылмаған уҡтар булып,
Бәйләнеп тә эленмәгән суҡтар булып,
Әйтер һүҙең әйтелмәгән саҡтар булып,
Ҡулыңдағы ваҡыт ялы юҡтар булып
Барғанында үтелгәндән үтелмәгән хәлде ала,
Үтәлгәндән үтәлмәгән, хәл итергә хәлең булып,
Һис юғында аҙым алға этелмәгән мәлең булып
Үткән ғүмер үкендереп-үкендереп йәлгә ҡала.
Эшләнгән эш арытмай ул, эшләнмәһә ике ауыр,
Йәнгә рәхәт, юл ыратһаң, ауыр тимәй, баҫып бауыр.

#ГөлнараХәлфетдинова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


РӘХМӘТ, БУРАН🙏

Тәүге ҡарға тәүге эҙҙәр һалдыҡ,
Донъяла тик һин дә мин инем.
Бөтә донъя беҙгә, ә күңелдәр
Ҡарҙың сафлығына тиң ине.

Аҙна буйы бүтән ҡар төшмәне,
Һаҡланы ер беҙҙең эҙҙәрҙе.
Ниңә шунда буран ҡупмаған да,
Ни туҡтатҡан икән елдәрҙе?

Ҡарҙағы эҙ оҙаҡ ятмаҫ, бәлки,
Тик йөрәктә бөтмәҫ һис ҡасан.
Дауыл сыҡты бына, белгән кеүек,
Буран юйыр уны, исмаһам.

... Эҙҙәренде ул һепереп үткән,
Шул ерҙәрҙе йөрөп ураным.
Эй, йәшәһен ерҙә ҡар бураны,
Булмаһын тик тормош бураны!

#ИрекКинйәбулатов

🌧 Һин.Шиғыр.Донъя


ЯҘ ☀️❄🌷

Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ,
Күҙең туймаҫ матурлыҡ!
Моңға тулған йөрәк шартлап,
Сәскә булып атырлыҡ!

Бынау берәҙәк этте лә
Яратып үтке килә.
(Ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, –
Бер һурып үпке килә!)

Был гүзәллек моңһоҙҙо ла
Бөйөк шағир итерлек.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан
Иреп, ағып китерлек!

#СалауатӘбүзәр

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🫴🔥❤️

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
Шул ут менән һыу һымаҡ мин —
Юҡ шәфҡәтем, аяуым.

Ышанысһыҙ минең һөйөү,
Минең һөйөү ҡурҡыныс.
Янам, ағам – уттай, һыуҙай,
Бул һин ситтә, бул тыныс...

Бер осҡоном ҡалһа һиндә,
Мин киткәс тә янырһың,
Мин киткәс тә бер тамсымдан
Даръя булып ағырһың...

#РәмиҒарипов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


⛅️💛☀️

Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле,
Тере әле, тере хистәрең.
Күпме наҙҙы, күпме зәңгәр яҙҙы
Һаҡлай әле иртә - кистәрем...

Тулы тормош, оло бәхет биргән
Кешелекле һөйөү кәрәген
Барған һайын мин нығыраҡ тоям,
Көтә уны, эҙләй йөрәгем.

Ярһыу яҙҙар килһә, күңел даръям
Ярҙарынан сыға ашҡынып.
Юҡ, ғүмерлек яҙын тапмайынса,
Ярҙарына ҡайтмаҫ ташҡыным!..

#РәмиҒарипов

🤍Һин.Шиғыр.Донъя


🏃‍♀🚶🏼‍♀🧎‍♀

Ғүмер үлсәмдәре ниндәй икән?
Ваҡыттыҡы сәғәт, минутлап.
Әллә инде кеше үҙ ғүмерен,
Үлсәй микән атлап, аҙымлап...
Айҙар, йылдар ваҡыт даръяһында,
Нисә аҙым кеше ғүмере?
Ниңә ярты юлда, кемдәрҙеңдер
Усағында һүнә күмере?
Ғүмер үлсәмдәре ниндәй икән?
Миҙгелдәрме, әллә дәүерме?
Миҙгелдәрҙе, миҙгел алмаштырып,
Шул дәүерҙәр һеңгән хәтерме?
Күпме һорау, күпме уйҙарымдың,
Береһенә яуап тапмайым.
Аҙымдарҙы яйлап һанай - һанай,
Үҙем һаман алға атлайым...

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов

🤍Һин.Шиғыр.Донъя


🌷🌸🌺

Ҡатын - ҡыҙҙың күңелкәйе - сәскә,
Наҙлы таждар бик тиҙ шиңәләр...
Күҙ йәштәре - шул таждағы ысыҡ,
Ҡояш ҡалҡыу менән кибәләр...
Ә ҡояшы - йәрҙең йылмайыуы,
Наҙлы һүҙе - иркә ел кеүек...
Яратыуы - йәйге ямғыр үҙе,
Сафланыуҙан балҡый гөл - күңел...
Ҡатын - ҡыҙҙың күңелкәйе - сәскә...
Өҙәм тимә, ерһеҙ тик кибер...
Наҙ һәм һөйөү тулы ҡараштарҙан
Шиңгән сәскәләр ҙә терелер...

#СәкинәТотманова

🌹 Һин.Шиғыр.Донъя


МАРТ БУРАНЫ 🌸❄⛅️

Һеҙҙә буран буранмы ни,
Үәт, беҙҙә буран - буран.
Тулап боларған донъяла
Күҙ ҙә асалмай торам.

Бурандарҙан былайыраҡ
Беҙҙең яҡтың бураны.
Ҡыш оҙатып, яҙ ҡаршылап
Буранламай буламы.

Буранлы көндөң ҡарҙары
Яумай ул бурап ҡына,
Буран тымғанын көтөрлөк
Изге уй уйлап ҡына.

Булһа булһын бурандары,
Өй өйөлһөн ҡарҙарҙан.
Аралаһын яҙмыш еле
Өйҙәге бурандарҙан.

#МиләүшәИшемғолова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя

Показано 20 последних публикаций.