"Йәшлек" йүкә телефоны


Гео и язык канала: Казахстан, Казахский
Категория: Шок-контент


Яңылығың бармы? Һөйлә: @news_yash_bot
Бында "Йәшлек" гәзите ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, ғибрәттәр һәм башҡа фәлән-фәсмәтән тураһында яҙа.

Связанные каналы  |  Похожие каналы

Гео и язык канала
Казахстан, Казахский
Категория
Шок-контент
Статистика
Фильтр публикаций


Баҙарҙа йәки маршруткаларҙа телефон номеры буйынса аҡса күсереү кешене терроризмды финанслауҙа ҡатнашыусыға әйләндерә ала, тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡлаусылар.

Һатып алыусы аҡсаның ҡайҙа китәсәген белмәй, ә эҙемтәләр ҙур штрафтар йәки төрмә срогын үҙ эсенә ала.

Һаҡ булығыҙ!


Фирҙәүс Бәширова
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Башҡорт ҡыҙы — ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,
Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.
Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп
Рух ялҡынын дөрләтеүсе саҡматаштыр.
Күңелдәрҙе күмер итер утлы ҡараш:
Йәнгә йәмле йылы һөттәй һалмаҡ һөйләш.
Бейегәндә аяҡтары алмаш тилмәш.
Һомғол Иҙел ағышылай ғәмле уйҙар
Толомдары тирбәлгәндәй аңын аулар.
Хыялдары, әйтерһең дә, — күккә ашҡан
Тылсым тулы Ирәмәлдәр, Торатауҙар.
Ҡолағында сыңлап торһа тәңкә сыңы,
Егетенең «һөйәм, йәнем» тигән һүҙе,
Болоттарҙы үтә тишер башҡорт ҡыҙы:
Нурын һипһен төйәгенә Ҡояш үҙе!

Юлай Кәримов фотоһы


Йондоҙнамә (20-26 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна башында бер аҙ борсолорға ла тура килер. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы ысулдар табырға кәрәк булыр. Эштәгеләр менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр, моғайын.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Башта улар бәләкәй нәмәләргә ҡағылыр, шунан – ҙурҙарына. Ғөмүмән, һеҙҙең өсөн улар файҙаға ғына булыр. Йома мөһим хәбәр ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Был арала элек килеп сыҡмаған эштәрегеҙгә ҡабаттан тотонорға кәңәш ителә. Уларҙың ахыры тиҙ һәм бөтөнләй көтөлмәгән булыр. Һәр хәлдә лә йондоҙҙар ярҙамын асыҡ һиҙерһегеҙ. Кесе йомала рәхмәт һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Мәл һуңғы ваҡытта башығыҙҙа тыуған фекерҙәр менән уртаҡлашыу өсөн уңайлы. Улар бәғзеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр кеүек. Дөйөм эш тураһында ла һөйләшә алырһығыҙ, бәлки. Шәмбелә күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белгертер.

Буға (21.04 – 21.05)

Шишәмбелә ҡатмарлы мәсьәләгә осрауығыҙ ихтимал. Ашыҡмағыҙ, хәлдәрҙең айышына төшөнөү өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәгер. Һәр осраҡта ла яҡындарығыҙ һиҙелерлек ярҙам итер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Бөтә эшегеҙ ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Аҙым һайын туҡтап торорға тура килер. Шаршамбынан һуң ғына бер аҙ еңеллек һиҙерһегеҙ. Бик күп көс түгеп кенә эштәрегеҙҙе яйлай алырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Йондоҙҙар был көндәрҙә бар эшегеҙҙе ситкә ҡуйып, үҙегеҙгә ял бирергә кәңәш итә. Артта ҡалғанды аҙаҡ барыбер тиҙ ҡыуып етерһегеҙ. Кесе йомала файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал. Унда бергәләп эш итеү тураһында һүҙ барыр, бәлки.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала дошмандарығыҙ йәнләнеп китер. Шишәмбелә уларҙың этлеге асыҡ беленер. Кесе йомала иңегеҙгә хәлегеҙҙән килмәҫлек яуаплылыҡ алыуығыҙ мөмкин. Һуңынан һүҙегеҙҙә тороу ауыр булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Эштәрегеҙ уйлағандан күбәйер. Шишәмбелә ниндәйҙер бәхәстәр килеп сығыуы ла бар. Кесе йомала юҡ сәбәптән кәйефегеҙҙең боҙолоуы ихтимал. Бәғзеләргә элек башлаған эштәргә яңынан тотонорға тура килер, моғайын.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып ҡына торор. Эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә мәшәҡәттәр күбәйер. Хәйер, янығыҙҙа ярҙамға килергә әҙер кешеләр һәр саҡ булыр. Һис тә икеләнмәйенсә, уларға тулыһынса ышанығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна башы яҡшы яңылыҡтар менән ҡыуандырыр. Күпселектә улар матди мәсьләләргә ҡағылыр. Шаршамбыла кемдер бик оҙаҡ хәленән килмәгән ниндәйҙер ауыр мәсьәләне ыңғай хәл итер. Шәмбелә бүләк көтөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ваҡиғалар яй барған кеүүек тойолор. Шуға ҡарамаҫтан, уйлағандан күберәкте булдырырһығыҙ. Шаршамбыла, мәҫәлән, кемдәндер тос ярҙам алырһығыҙ. Был арала сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күбәйер.

ӨМӨТБАЙ.

Ултыр беҙҙең арбаға


Юл буйында аттар


Дуҫтар!

Кемдә "Алиса" станцияһы бар, һорау һеҙгә.
"Умный дом" функцияһы менән ҡулланаһығыҙмы? "Яндекс подписка" менән эшләйме колонка? Подписканы нисек оформлять иттегеҙ, осһоҙораҡ булһын өсөн?
Колонканы ҡайҙан алыуы осһоҙораҡ? Нимәгә иғтибар итергә кәрәк? "ДНС"та өс төрлө хаҡҡа бар, 5,6,7 меңлек. Улар нимә менән айырыла?


Әллә ниндәй быйылғы ҡыш

Ҡар-буранлы һалҡын ҡышҡа
Бүтән ҡыш етәме ни?!
Әллә ниндәй быйылғы ҡыш -
Кейәңке бисәме ни!

Бер ҡараһаң һыуҙар туңа,
Бер ҡараһаң - тамсылар...
Ни йылытмай йән иретеп,
Ни һыуытмай яҡшылап.

Бик мут итеп йылмая ла
Ҡапыл арҡаһын бора.
Берсә ҡояш балҡып китә,
Берсә ҡотора буран.

Ҡар бураны өй беренсә
Ғәйбәтен һөйләп йөрөй.
Төндә туңған ҡараштары
Иртән тороуға ирей.

Тәбиғәттең серҙәре күп -
Ҡатын-ҡыҙҙай бер йомаҡ.
Быйылғы ҡыш холоҡһоҙ шул,
Кейәңке бисә һымаҡ...

Ҡол-Дәүләт.

Юлай Кәримов фотоһы.



1k 0 10 2 38

Был ҡыҙ стоматолог булыр, ахыры.

Юлай Кәримов фотоһы.


Өфөнөң Ленин урамы

Ултыр беҙҙең арбаға


Һеҙҙә итте күпмегә һаталар?

Юлай Кәримов фотоһы


Ҡоралмы, компьютермы? 👨‍💻

Башҡортостандың IT-белгестәренә әрменән кисектереү алыу хоҡуғы бар.
Бының өсөн 21 ғинуарҙан 5 февралгә тиклем "Госуслуга" порталы аша  ғариза бирергә кәрәк.

Кем кисектереү ала?
- 18-30 йәшлек РФ граждандары.
- Аккредитацияланған IT-компанияларҙа хеҙмәт килешеүе буйынса эшләүселәр.

Алыу өсөн нимә кәрәк?
✅Раҫланған исемлектән һөнәре буйынса юғары белем.
✅11 айҙан кәм булмаған хеҙмәт стажы.

Шуныһы мөһим: компаниялар 2025 йылдың 9 февраленә тиклем аккредитация үтергә тейеш.

Ултыр беҙҙең арбаға


Янғын урыны әлеге минуттарҙа

Прокуратура тикшереү эштәре башлаған.

Ултыр беҙҙең арбаға


Ғилман Ишкинин.

Шуның өсөн генә
Йәшәү етә
Сәскәләрем, күсем-хушығыҙ
Кеше булып, әгәр тыуа ҡалһам
Алынмаһын һеҙҙең һушығыҙ.

Юлай Кәримов фотоһы.


Өфөлә сауҙа үҙәге яна 🔥

Октябрҙең 50 йыллығы урамында 900 квадрат метр майҙанлы «Светофор» магазины тулыһынса яна. Ҡыйыҡ емерелеп төшкән.

Янғынды һүндереү өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Күрше биналарға ут таралыу хәүефе юҡ.

Янғындың сәбәбе асыҡлана.

Ултыр беҙҙең арбаға


Артыҡ-бортоҡ шәхси видеоларҙы сәхифә-маҙар, "переписка"ла тотмағыҙ.


Эт йығыш
Тип әйтерҙәр ине беҙҙән өлкәнерәк быуын кешеләре, бындай уйынды күргәс. «Автомобилист» «Нефтехимик» түгел шул. Беҙҙекеләр 7 минут буйына күпселектә уйнап, бер гол да индерә алманы. «Автомобилист» иһә күпселекте бик оҫта файҙаланды. Һин индермәһәң, һиңә индерәләр шул. Шулай итеп, тулҡын кеүек, бер еңеп, бер еңелеп, «Салауат Юлаев»тың уйынсылары хоккей һөйөүселәргә ял көндәре алдынан ҡыуаныс бүләк итә алманы. Уйын башында уҡ беҙҙекеләр еңелергә тигән маҡсат менән сыҡҡан кеүек тойолдо. Уйын аҙағында ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштырыуҙамы ни эш? 60 минут уйнарға кәрәк. Һөҙөмтәлә иҫәп – 1:4. Рәхмәт, «Салауат Юлаев»!


Хәйерле кистәр!
Башватҡысты эшләп ҡуйығыҙ әле

Ултыр беҙҙең арбаға


🩺Сибай ҡалаһының муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлеге мөдире, хирург Айҙар Ғүмәров практикаһынан сираттағы осраҡ.

Неврология бүлегенә ишемик инсульт кисергән ир эләгә. Шул уҡ көндә уның һул аяғында көслө ауыртыу барлыҡҡа килә, аяғы күгелйем төҫкә инә, унда пульс юғала. Тикшереүҙәрҙән һуң хирург диагноз ҡуя: киҫкен тромбоз.

Ғәҙәттә, ундай сирлеләрҙе Стәрлетамаҡ ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрәләр. Әммә пациент юлды кисерерлек хәлдә булмай: инсульт йәки инфаркт хәүефе янай.

Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән сирлегә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында операция уҙғарырға ҡарар ителә. Бының өсөн Сибайға Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургы килә.

🙏Операция уңышлы үтә: янбаш, бот һәм аяҡ артерияларынан күп һанлы тромбтар алына. Пациенттың аяғы гангренанан ҡотҡарыла, хәле яҡшыра.

Аҡ халатлыларға ҙур рәхмәт!

Ултыр беҙҙең арбаға


Башҡорт содаһы "Роскачество-Хәләл" органында сертификация үткән.

Продукт ислам ҡанундарына тап килә һәм мосолман илдәренә яраҡлы, тип табылды.

Содабыҙ күптән инде Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Сүриә, Алжир һәм башҡа илдәргә экспортлана.

Ултыр беҙҙең арбаға

Показано 19 последних публикаций.