Туғыҙ йәшлек ҡыҙ ат сабышында еңгән.
Хәйбулла районы хужалыҡтарының эш аттары араһында 3,2 саҡрым арауыҡта уҙышта Нургизә Күсәрбаева беренсе урын алған. Сая ҡыҙ был сабышта "Маэстро" ҡушаматлы атында ярышҡан.
Нургизә ике йыл элек һыбай йөрөргә өйрәнә башлаған һәм быйыл һабантуйҙа ҡатнашырға теләк белдереп, ике аҙна дауамында атаһы Нур менән бергә саптарҙарҙа уҙышырға әҙерләнә, - тип яҙа "Хәйбулла хәбәрҙәре".
Афарин, Нургизә!