Postlar filtri


💚“Салауат Юлаев” хоккейсылары бөгөн “Автомобилист” менән уйнай.

Осрашыу 19:00 сәғәттә “Өфө-Арена”ла башлана. Командалар быйылғы миҙгелдә өсөнсөгә көс һынаша.

🏒Уйын ниндәй иҫәпкә тамамланыр тип уйлайһығыҙ?


“Йәшлек урамдары,
Тулы хыялдары,
Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...”


"Был баш ҡалабыҙҙың рәсми булмаған гимнының һүҙҙәре тап ошо изге йортта тыуған, артабан халыҡтың һиҙгер күңеленә инеп, мәңгелеккә унда уйылып ҡалған.
Республика Башлығы Радий Хабиров әҙәбиәт, шиғриәт өлкәһенә, ғөмүмән ижадсыларға яҡты мөнәсәбәте һоҡландыра. Уның тырышлығы менән тиҙҙән илһамланып эшләргә бар шарттары булдырылған, яңыртылған ижад йорто үҙ ишектәрен аса", - тип яҙа Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.


Худсовет ултырышы үтте.

"Юлдаш" радиоһында йырҙар сифатына етди талаптар бар. Беҙ профессиональ башҡарыусыларҙан көн дә тиерлек йырҙар алабыҙ. Улар художество советы ултырышында тикшерелә һәм төп баһалаусыбыҙ - тыңлаусылар фекерен дә күҙ уңында тотоп, эфирға бирелә.

Сираттағы йыйылышта Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Үҙәнбаев, Радик Вәлмөхәмәтов һәм шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡатнашты. Улар башҡорт телендәге 35 йырҙы тыңлап, үҙ фекерен әйтте.

Етди һөйләшеү, ҡы­ҙыу бәхәс, нигеҙле дәлилдәр ярҙамында "иң-иң"дәре генә эфирға алынды.


Радий Хабиров dan repost
Сегодня работаю в Бакалинском районе. Посмотрел, как работает одно из наших предприятий в сфере АПК – «Бакалинская птицефабрика». Специализируется на производстве яиц – социально значимого продукта.

Благодаря стараниям предпринимателя небольшое хозяйство выросло в крупный агробизнес республиканского уровня. Самое главное, что на достигнутом здесь не останавливаются – продолжают развиваться. Сейчас строят комбикормовый завод, новые производственные корпуса. Проект расширения птицеводческого комплекса мы поддержали на одном из наших «Инвестчасов» в ноябре прошлого года, присвоили ему статус приоритетного. Сегодня обсудили, какую еще помощь можем оказать птицефабрике.

Желаю удачи!


Владимир Путин хәрби йыйын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Запастағы хәрбиҙәр өсөн күнекмәләр йыл һайын ойошторолоп килә. Запаста булғандар Ҡораллы көстәр, Росгвардия, Граждандар оборонаһы частарында, Федераль именлек хеҙмәте органдарында хәрби әҙерлеген камиллаштыра.


Архангел балалары пластиктан ампула ҡумталары яһай.

Футляр быяла инъекциялар өсөн тәғәйенләнә. Максим Горький ауылы мәктәбе уҡыусылары уны 3D-принтрҙа баҫтыра. Ампула ҡумталары фронтҡа ебәрелә. Улар ике шприцҡа иҫәпләнә.

Уҡыусылар “ковид-19” вирусына бәйле сикләүҙәр осоронда маскалар сығара. Бөгөн Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҡатнаша.
“Ампула ҡумталары” аптечкалағы иң кәрәкле әйбер”, - тип хәбәр иткән яугирҙар. “Дрондар өсөн деталь сығарыу ниәте бар”, - ти информатика уҡытыусыһы Алексей Стрельцов.


Бөгөн Балалар асыштары көнө билдәләнә.

Был дата билдәле дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм журналист Бенджамин Франклиндың тыуған көнө менән бәйле. 12 йәшендә ул тәүге асышын яһай - ҡулдар өсөн йөҙгөс уйлап таба.

Һыу саңғыһын, емеш – еләк туңдырмаһы, Алясҡа байрағын, Брайль шрифты, йөнтәҫ ҡолаҡсындарҙы балалар уйлап сығарыуы күптәргә мәғлүм. Балаларҙың асыштары, һис шикһеҙ тормошобоҙҙо сағыу һәм ҡыҙыҡлы итеп кенә ҡалмай, байтаҡ уңайлыҡтар ҙа алып килә.

Дуҫтар, ә һеҙҙең балалар ниндәй ҡыҙыҡлы асыштары, күҙәтеүҙәре менән таң ҡалдырҙы? Комментарийҙа уларҙың бала саҡтағы тапҡыр һүҙҙәрен, мәҙәктәрен яҙа алаһығыҙ.


Фронтовик яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл.

📚"Бөртөкләп йыйыла алтын", "Йәшенле йәй", "Аҡман-тоҡман", "Төнъяҡ амурҙары", "Руда", "Тыуған көн", "Комбриг Мортазин", "Башҡорттар китте һуғышҡа" һәм башҡа әҫәрҙәре авторы.

📚Ошо көндәрҙә әҙиптең "Китап" нәшриәтендә "Алтын юлағым" тигән автобиографик романы донъя күрҙе. Баҫмаға әҙиптең бығаса айырым китап булып сыҡмаған "Хәсрәтле бала саҡ", "Тормош һабаҡтары", "Әҙәбиәт һуҡмағында" повестары ингән.

📇 Яҙыусының юбилейын уҙғарыу буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указ ҡабул итте. Уға ярашлы республика буйлап, шул иҫәптән әҙиптең тыуған яғы - Белоретта, бихисап әҙәби саралар уҙғарыу ҡаралған. Бөгөн  Өфө балалар филармонияһында хәтер кисәһе ойошторола.


Президент Владимир Путин Ватанды һаҡлаусылар йылы тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған.

Тарихты һаҡлау, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләләү, ветерандарға рәхмәт белдереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын күрһәтеү өсөн 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителә. Сараларҙы ойоштороу комитеты рәйесе итеп Президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнде.

Башҡортостанда 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде.


Хәлилдә аҙан тауышы яңғыраны.

Күмәк көс, ҙур теләк менән башланған эштең һөҙөмтәһен Әбйәлил районы Хәлил ауылы халҡы оло шатлыҡ тойғолары менән көтөп алды. Улар күмәкләшеп мәсет асыу тантанаһына йыйылды.

"Халҡыбыҙ берҙәмлегенә, хәлилдәрҙең шәплегенә, дөргөнлөгенә һәйкәл булды был иман йорто. Үткән йылдың 6 сентябрендә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынына 4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы, заманса объект ҡалҡып сыҡты. Газы, һыуы үткән, йылы иҙән һалынған, янғын сигналы, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Аш-һыу, йыуыныу бүлмәләре айырым", тип хәбәр итә журналист Рәмзиә Кәримова.


Хәйерле иртә!☀

🌨️
Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә.

Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы республикала аяҙытҡанда -23 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9,-14 градус һалҡын.

Өфөлә -10,-12 градус һалҡын.


Video oldindan ko‘rish uchun mavjud emas
Telegram'da ko‘rish
Ишембай - "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы".

💚 Каналға яҙылыусылар араһында ишембайҙар күпме?

Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек ғорурлыҡ хистәре кисерәбеҙ 👏


Video oldindan ko‘rish uchun mavjud emas
Telegram'da ko‘rish
🎙 “Диктор тауышы”на саҡырабыҙ!

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә бағышланған “Диктор тауышы” төбәк-ара конкурсында 4-11 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ижади ярыш башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.
Һәр бер ҡатнашыусынан ике видеояҙма ҡабул ителә:

✅ Яңылыҡтар сығарылышы - диктор уҡыуы (хронометраж – 1 минут),
✅ Репортаж. Темаһы: “Беҙҙең мәктәп” ( 2-3 минут).

Баһалау – ике эштең дөйөм һөҙөмтәһе буйынса.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34791) 6-02-18, 8-906-893-53-23.

Видеояҙмаларҙы ошо электрон адрес буйынса ебәрегеҙ: khakimova.2@mail.ru

Видеола: былтырғы конкурс еңеүселәренең береһе Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов.


“Ҡурай сере” тип исемләнгән асыҡ ҡурайсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.

Ул билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түләбаевтың 80 йәшлек юбилейына арнала.

Ҡурайсылар конкурсы Белорет районы Шығай ауылында 31 ғинуарҙа үтә.


Рәсәй халҡы уҙған йылда яҡынса бер миллион литр ҡымыҙ эскән.

“Башинформ” агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдә шифалы эсемлеккә ихтыяж арта. 2023 йыл менән сағыштырғанда күрһәткестәр 67 процентҡа артҡан.

Продукция етештереү буйынса Башҡортостан алдынғылар рәтендә, республика хужалыҡтарында һигеҙ йөҙ мең литр ҡымыҙ бешелгән.

Фотола: Йылайыр районы Юлдыбай ауылында "Юлдаш"тарҙы ҡымыҙ һәм башҡа тәмлекәстәр менән ҡаршы алдылар. 2023 йыл.


Радий Хабиров dan repost
Video oldindan ko‘rish uchun mavjud emas
Telegram'da ko‘rish
Именно здесь, в Доме Поликарпова на ул. Коммунистической – Доме Союза писателей Башкортостана, Назар Наджми написал слова неофициального гимна Уфы – песни «Өфө йүкәләре».

Здесь все дышит историей. Но и здание – старое, это объект культурного наследия. Конечно, ремонт здесь был необходим. Поэтому когда председатель Союза писателей республики Айгиз Баймухаметов обратился ко мне с этой проблемой, мы откликнулись. Теперь наводим здесь порядок.

Писатели, поэты, художники слова – сердце и душа нашей республики, нашего народа. Они очень многое делают для сохранения культуры и языка, для духовного и нравственного воспитания молодежи и подрастающего поколения. И наш долг – провести все работы на совесть.

Завершить ремонт планируем в феврале. Рядом разобьем сквер. А откроем обновленный Дом Союза писателей на нашем традиционном ежегодном фестивале «Китап-байрам».


Башҡортостанда күркә итен етештереү арта.

Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Мәләүез районындағы “Союзпромптица” предприятияһы күркә итен етештереү буйынса илдә алдынғылар рәтендә.

Быйыл хужалыҡта 40 мең тонна продукция сығарыу планлаштырыла, етештереү күләме 10 процентҡа арта. Инвестпроект 2020 йылдан сауҙаны үҫтереү маҡсатында булдырылған "Халыҡ ара экспорт һәм кооперация" тигән милли проект ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.


Башҡорт содаһы хәләл.

"Рәсәй сифат системаһы” ойошмаһы"нан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡорт сода компанияһы" үҙ продукцияһының ислам стандарттары талаптарына тап килеүен раҫлаусы "Хәләл" сертификатын алған.

Был аш содаһын хәләл продукция етештереү өсөн файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк һәм халыҡ-ара баҙарҙа компанияның экспорт мөмкинлектәрен киңәйтәсәк.


Башҡортостанда Салауат Юлаев музейы реставрациялана.

Был турала республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә яҙа. “Музей реставрация буйынса федераль программаға инде. 3 йыллыҡ проектты быйыл ғәмәлгә ашыра башлау көтөлә. Мәҙәниәт министрлығы, тарихсылар менән музейҙы яңыртыу концепцияһы буйынса эш алып барабыҙ”, ти ул.

Салауат Юлаев музейы Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан.


"Теге өсәү"ҙә ҡунаҡта Өфө ҡала ветеринар станцияһы етәксеһе урынбаҫары Рәсим Рафаҡ улы Ислаҡаев булды.

Әйткәндәй, уларҙа әле төрлө акциялар бара, ә ҡотороу сиренә ҡаршы Рәсәй вакцинаһын бушлай эшләтергә мөмкин.

Йорт хайуандары өсөн яуаплылыҡ тураһында онотмайыҡ 🐕

20 ta oxirgi post ko‘rsatilgan.