Postlar filtri


❄️🌸☀️

Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Гөлдәр баҡсала, туғайҙа
Үҫәләр балҡып, көлөп.
Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп
Йылмаялар барһына.
Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡарлы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә,
Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙер бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер мнән йәрәшкәнен.
Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.
...Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә...

#ЗөһрәҠотлогилдина


🌊🌊🌊

Уй-хистәргә тулышҡан да күңел
Үҙкәйемә һыймай үҙем хәҙер.
Мин ваз кисеп донъя ваҡлығынан
Бер ни тоймай йәшәргә лә әҙер...

...Буп-буш ҡалған күңел сөңгөлөндә
Үҙкәйемә етмәй үҙем хәҙер:
Ярҙарына һыймай күңелемдең,
Ташһасы, тим,
Бер генә уй, бер генә хис
                                тамсы ҡәҙәр.

#ДинәСолтанова


🤗💜☀️

Тап ошо ваҡыттың ҡәҙерен
Тойорға өлгөргән - бәхетле.
Ебәктәй шыуа ул тик ҡулдан,
Тәүлектәр тиҙ үтә шул хәтле.

Тап ошо ваҡытты тояйым,
Ҡояйым үҙемә сымылдыҡ.
Шау нурҙан торған был донъяла
Шундайын рәхәт ул был тынлыҡ!

Тап ошо ваҡыттан йәшәргә
Белеп һәр минуттың ҡәҙерен.
Донъялыҡ һәр кемгә татыта
Башҡарған ғәмәле әжерен.

Тап ошо ваҡытта йәшәргә
Тәм табып, йәм табып донъянан.
Тапшырам барыһын Хоҙайға,
Тыуғандай мин бөгөн яңынан.

#ГөлназҠотоева


Яңы 2025 йылда ❄️💫🌟

Бәхет, шатлыҡ урғылып,
Тулып инһен һәр өйгә.
Хәүеф-хәтәр урап уҙһын,
Тыныслыҡ килһен илгә.

Ҡыйылмаһын кеше йәне,
Сабыйҙар тыуып торһон,
Һәр әсәнең йөҙҙәре
Шатлыҡтан балҡып торһон.

Ныҡлы булһын аралар
Татыулыҡ хисе менән,
Бәйләнһендәр күңелдәр
Дуҫлыҡ ептәре менән.

Итәғәтле, эшлекле
Йәштәр үҫһен күкрәп,
Өҙә баҫып барһындар,
Ватанды алға әйҙәп.

Мөхәббәткә ҡоролоп,
Яңы ғаиләләр тыуһын,
Ауылдарҙың киләсәге,
Нигеҙе ныҡлы булһын.

Тик аҡыллы ҡарарҙар
Ҡабул итһен башлыҡтар,
Ҡоро вәғәҙә менән
Алданмаһын халыҡтар.

Яуып торһон ергә
Ямғырҙар ваҡытында,
Балҡыһын күктә ҡояш,
Ҡойондороп нурында.

Ағас, үлән баштарын
Иркәләп елдәр иҫһен,
Яҙҙарын ҡайтҡан ҡоштар
Көҙөн иҫән-һау китһен.

Һәр ултыртҡан-сәскәндәр
Мул итеп бирһен уңыш,
Туҡлыҡ, бәрәкәт менән
Балҡыһын беҙҙең тормош
Тыуасаҡ Яңы йылда!

#РимИсхаҡов


ҮТЕП БАРА 🗓️🎄✨

Йәнә бер йыл яйлап үтеп бара,
Тырышһам да уны һуҙырға.
Яңы йылым, ана, ишек шаҡый,
Хужа булып түргә уҙырға...
Иҫкеһе бит әле иҫкермәгән,
Хәтирәләр яңы, кисәңге.
Һиҙелмәйсә йылдар алышына,
Үткәндәре хәтер, иҫтәге.
Ваҡыт даръяһында йыл үлсәме,
Ҡыҫҡаҡ ҡына, дәүер шикелле.
Шул дәүерҙәр берәм - берәм үтеп,
Ҡабатланыуҙары икеле...
Йәнә бер йыл яйлап үтеп бара,
Ваҡыт өсөн юҡ шул кәртәләр.
Бар теләгем, илдәр имен торһон,
Тыныс атһын ине иртәләр...

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов


ОСРАШЫУ👩‍❤️‍👨🛤🎭

Осраштырҙы тағы таныш ҡала.
Тик икебеҙ ике замандан.
Әллә кемдәр булып хәбәр һаттыҡ,
Ә күңелдәр йөҙ ҡат ямалған.

Хәл һорашҡан булдыҡ әҙәп һаҡлап,
Гүйә, бына мөһим мәсьәлә.
Яуап бирҙек ғорур ғына итеп,
Донъя бөтөн, ҡулдар - кеҫәлә.

Хәл һорашыу кемгә кәрәк инде?
Унан килеп нимә үҙгәрһен?
Һинең ошо ғәмһеҙ хәбәреңде
Минән башҡа кем һуң үҙ күрһен?

Бергә булмаҫҡа ла бер сәбәп юҡ...
Тик ни өсөн бергә булырға?
Йылдың-йылы исемең дә һинең
Күсә бара моңһоу бер йырға...

Барыһы ла яҡшы. Яҡшы булыр.
Әүәлгесә яҡшы буласаҡ.
Осрашыуҙың бойоҡ таты булып,
Көндәремә һағыш ҡунасаҡ.

- Ярай, һау бул!.. Иҫән генә йөрө...
(Осрашырбыҙ, бәлки, бер ҡасан?)
Был донъяла бөтөн булалманыҡ..
Бәлки, тегеһендә?
Исмаһам...

#ЛарисаАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🤐🫂❤️

Ҡаты әйткән саҡтар була,
Әйткән һүҙ - атҡан уғым.
Туғаныма тура әйтеп,
Йәнем өҙөлгән сағым.

Ағыу өсөн түгел дәһә
Асыулы минең һүҙҙәр.
Әрләһәм дә яратҡанды
Әйтеп тора бит күҙҙәр.

Туғанлыҡтың ептәрендә
Уйнаусылар етерлек.
Арҡаға арҡа терәһәк,
Булмаҫ елдәр үтерлек.

Туғанлыҡты ерҙә боҙа,
Тәккәберлек - бер дошман.
Туғандарҙы ят итергә
Намыҫым ғына ҡушмай.

#ФәнилБүләков

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🩵💜❤️

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,
Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.
Шул минутта унан матурыраҡ
Бер кем дә юҡ кеүек донъяла.

Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,
Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,
Был донъяның бөтә мәшәҡәтен
Оноттороу серен белә ул.

Кескәй ҡыҙым ҡулдарымда саҡта
Бәхетемә, гүйә, донъя тар.
Балаларым шат йылмайһын өсөн,
Тыныс булһын, бер үк, донъялар!

#ФирүзәАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


КҮҢЕЛ  АПТЫРАЙ 💫❓🤷‍♀️

Буш тор(а) алмай күңел, йә шатлыҡты,
Йә һағышты өйҙәш итә һала.
Уйынсыҡтай күреп ул шуларға
Әүрәй һала, хас та сабый бала.
Берен ала ла ул, берен һала,
Өмөт кенә өҫтә, гел уртала.
Шатлыҡ менән һағыш араһында,
Күренмәйсә генә гел бутала.
Тик тор(а) алмай күңел, йә талпына,
Үҙен-үҙе этә упҡындарға.
Һәм көнләшеп ҡарай тәбиғәттә
Тыныслыҡтың йәмен тапҡандарға.
Күңел күҙе – ике яҡлы миҙал,
Тәгәрәй ҙә, ҡолай ул, туҡтаһа.
Шул миҙалды устарына йомоп,
Йылытыусы ғынаһы юҡ таһа.
Йә шатлығын, йә һағышын асып,
Ҡояш аҫтарында йән ялтырай.
Күләгәһе уның ҡояш түгел,
Күләгәһе уның яп-ялтыр ай.

Ниңә икән? Күңел аптырай..

#ГөлнараХәлфетдинова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


БӘХЕТ ТУРАҺЫНДА...🦋

Ҡояш балҡығанда йондоҙ эҙләп,
Йондоҙҙарҙа күҙләп ҡояшты,
Эҙләгәнен таба алмай ҡалғас,
Бәхет юҡ, тип берәү алдашты.

Сәскә булһа әгәр һалҡын ҡышта,
Ҡарҙар яуһа әгәр йәйҙәрҙә,
Иң бәхетле булыр инем, тине,
Булыр инем, тине, әгәр ҙә...

Бәхет нурым ҡалған үткәндәрҙә...
Киләсәктә көтә бәхетем...
Ниңә бөгөн йәшәмәйһең, тинем,
Бәхетеңдең тойоп рәхәтен?

Бәхеттең бит үҙ миҙгеле булмай,
Артыҡ сәбәп уға кәрәкмәй.
Өркөтөрһөң уны тотам тиһәң –
Бәхет бер гүзәл күбәләктәй.

Һәр кешенең күңеленә ҡуна
Был күбәләк Ергә тыуғас та.
Нескә күңеллеләр уны тоя,
Ә иҫәрҙәр эҙләй һаман да.

Бәхет ята һинең күңелеңдә,
Ыҙаланма эҙләп сит яҡтан.
Тоя белеп өйрәнергә кәрәк,
Тик шунда бәхетле атыр таң.

Тоя белһәң бәхет-күбәләктең
Тын алышын, ҡанат ҡағышын,
Эй, күңелең, шашыр, күккә ашыр
Онотоп бар булған һағышын!

Һәр бер көндә, һәр бер ваҡиғала
Күрә белһәң әгәр матурлыҡ,
Бәхетеңде тоя беләң, тимәк,
Һиндә йәшәй, тимәк, яҡтылыҡ!

#ДинәСолтанова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


ЙЫЛМАЯЙЫМ 😊

Ҡулдарыма һис эш бармай,
Ҡайҙан ғына им табайым?
Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөн
Тирә-яҡҡа йылмаяйым!

Кәйефем юҡ, мәшәҡәт күп,
Ни арала тын алайым?..
Мин эшләмәй кем эшләһен?
Туҡта, берҙе йылмаяйым!

Һис кенә лә тынғы бирмәй
Сирем – кемгә зарланайым?
Зарланыуҙан ниндәй файҙа?
Һиҙмәһендәр - йылмаяйым!

Кемдер ғәйбәт һөйләй икән,
Нисек кенә үс алайым?
Бысранырға теләгем юҡ,
Шартлап китһен – йылмаяйым!

Абынһам да, һөрлөкһәм дә,
Үҙ юлымдан атлап киләм,
Был донъяның бар михнәтен
Мин йылмайып еңә беләм!

#ФирүзәАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🩵🩵🩵

Зәңгәр усаҡтар.
Һаман дөрләп ялҡын сәсә һымаҡ
Икәү бергә яҡҡан усаҡтар.
Иртәһен дә, кис тә,
Онотолмай һис тә
Күҙ алдымда тора ул саҡтар.

Күпме ваҡыт үтте ул көндәргә,
Күпме ииҫте ғүмер елдәре;
Дауыл йыға алмай,
Ҡырау һуға алмай
Беҙ ултыртҡан бәхет гөлдәрен.

Йөрәгемә ялҡын өҫтәп тора
Беҙ ҡабыҙған зәңгәр усаҡтар.
Һөйөүебеҙ, иркәм.
Бөрөләнгән икән-
Ҡушылырҙар беҙҙең һуҡмаҡтар.

#ШәрифБиҡҡол

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🤷🏻‍♂🌪🤷🏻‍♀

Был донъяла бөтә нәмә
Һөйөү өсөн яратылған.
Тик ғашиҡтар әллә ниңә
Аҙашҡан да таратылған.

Берәүҙәрҙе ҡауыштыра,
Һарыларға һабыштырмай.
Берәүҙәрҙе һис ҡасан да
Бер-береһен табыштырмай.

Беҙҙе лә бит осраштырҙы
Ғүмер үтте тигән саҡта.
Эҙләнгәнбеҙ әллә ҡайҙан:
Һин бер яҡта, мин бер яҡта.

#ИрекКинйәбулатов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


АРАЛАРҘА АҠ ҠАҒЫҘ💬📃📝

Икебеҙҙең араларҙа
Аҡ ҡына ҡағыҙ.
Бер ни яҙманығыҙмы тип,
Аптыратмағыҙ.
Яҙырға ярамай унда,
Булмай ҙа яҙып.
Яратһаң да, йән атһаң да
Аҡылдан яҙып.
Икебеҙҙең араларҙа
Ҡағыҙҙың ағы.
Шул аҡлыҡтан күҙҙәр алмай
Килә ҡарағы.
Төшмәҫме тип араларға
Хәреф йә өтөр...
...Хыялым бит бер билдәнән
Терелеп китер.
Өмөт йәшәй күҙҙәремдә,
Ҡурҡыу - йөрәктә,
Төшөп ҡуймаһын тип шунда
Һорау йә нөктә.
Икебеҙҙең арабыҙҙа
Аҡ ҡағыҙ бите.
Әйтелмәгән, әйт(ә ) алмаған
Йәнде әрнетә.
Икебеҙҙең араларҙа
Ҡағыҙ аҡ ҡына.
Ә бит ни теләһәң шуны
Яҙыр саҡ ҡына.
Яҙған түгел, яҙылмаған
Арабыҙ - ап-аҡ.
Яҙыр инек яҙылырлыҡ
Саралар тапһаҡ...

#ГөлнараХәлфетдинова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


❄️☕️😌

Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп,
Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар.
Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа
Күпме ғиффәтлек, тим, сафлыҡ бар!..

Ташлана ла шулай ҡара ергә
Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө,
Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә,
Тере ҡалмайынса бер төгө.

Ләкин күктән уның артынса ук
Башҡалары ергә ташлана,
Һәм ҡара ер тотош аҡҡа сума,
Һәр үҙгәреш шулай башлана

#РәмиҒарипов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


ИКМӘК ҺАЛДЫМ 🍞🥖🕊

Мамыҡ кеүек кенә йомшаҡ булып
Ҡабарып та беште икмәгем.
Икмәк булһа - йыр ҙа булыр тиеп
Әйтмәгәндәр икән тикмәгә.

Илкәйемдә именлектәр булһын,
Тыныс булһын зәңгәр күгем дә.
Ауылымдың баҫыу-ҡырҙарында
Тулҡынланып үҫһен игендәр.

Телем-телем телдем икмәгемде
Теләктәрҙең теләп тик ағын.
Икмәктән дә бөйөк, икмәктән дә оло
Был донъяла ни бар һуң тағын?

Сабый бала кеүек бәпләй-һөйә
Мейесемдә икмәк бешерҙем.
"Икмәк булһа - йыр ҙа булыр" тигән
Мәҡәлде лә иҫкә төшөрҙөм.

Өҫтәлдәрҙә икмәк булһын әле,
Йорт-илебеҙ тойһон именлек.
Яуҙан ир-егеттәр иҫән ҡайтһын,
Һаулыҡ булһын әле иң элек,
Күңелдәрҙә булһын изгелек!

#ФәниләЙәндәүләтова


"Йәшлек" йүкә телефоны dan repost
Хыялдарым, өмөттәрем менән
Мөхәббәтем йәнәш барасаҡ,
Күкрәгемдә йөрәк тибә икән –
Барыһы ла яҡшы буласаҡ! (Фирүзә Абдуллина).


Яҙҙар менән бергә ҡайтығыҙ 🫶☀️🧡

Быйыл тағын, мин оҙатып ҡалдым,
Йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙы.
Яҙһын ине беҙгә күрешергә,
Үткәргәс тә һалҡын ҡыштарҙы.
Тере сылбыр булып сыңрай - сыңрай,
Осоп үтте ҡаҙҙар, торналар.
Күл - йығалар яҙын ҡаршы алыр
Һеҙҙе көтөп, имен торһалар.
Онотмағыҙ ҡоштар тыуған яҡты,
Яҙҙар менән бергә ҡайтығыҙ.
Ете диңгеҙ аша үтһәгеҙ ҙә,
Ул яҡтарға һеҙ бит ятһығыҙ...

#МөхәмәтйәрМәғәсүмов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🧍‍♂❔🧍‍♀

Минән көткән шул һүҙҙәрҙе
Үҙең әйтһәң ни була?
Беләһең бит – күп нөктә лә
Нөктә менән ябыла.

Беләһең бит - был һүҙҙәрҙең
Һинеке ҡап яртыһы.
Эҙләйекме инде хәҙер,
Табайыҡмы уртаһын?

Уртаһында өтөр түгел,
Нөктә булһа ни ҡала?
...Миңә тигән һүҙҙәреңде
Үҙем әйтһәм ни була?
Үҙем әйтһәм ни була?..

#НаиләХәмбәлиева

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя


🤷🏻‍♂🔥💃

Һин ултырып киттең тыныс,
Тик ҡалдырып бөтә утты.
Ул ялманы бар донъямды,
Әллә ниндәй янғын ҡупты.

Әйләнеп кил, мин дөрләйем.
Утты һүндерергә кире.
Мин һөйәлгән ағас яна,
Мин баҫҡан таш аға иреп.

#ИрекКинйәбулатов

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя

20 ta oxirgi post ko‘rsatilgan.