МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсацияларға хоҡуғы бармы? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә аңлаттылар.
Эйе, һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тәрбиәһендә ҡалыу раҫланғанда һәм хоҡуҡ тураһында белешмә булған осраҡта. Өҫтәүенә, МХО-ла ҡатнашыусы улар менән бер торлаҡта теркәлгәнме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан.
Ғаризаны Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша тапшырырға була.
Документтарҙан кәрәк буласаҡ:1️⃣ ғариза;
2️⃣ һәләк булған (үлгән) МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһының паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа төр документы;
3️⃣ ведомствоның ғаилә ағзаларының компенсация түләүҙәренә хоҡуғын раҫлаусы белешмәһе;
4️⃣ һеҙ ысынлап та һәләк булыусының ғаилә ағзаһы булыуҙы раҫлаусы документ (никах ҡағыҙы, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.);
5️⃣ торлаҡ йортта йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәт;
6️⃣ тәрбиәлә булыу тураһында суд ҡарары;
7️⃣ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙе раҫлаған квитанциялар, чек йәки күсермәләр.
Компенсация күләмен нисек иҫәпләргә?Миҫал:
1️⃣ Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙың дөйөм хаҡы алына. Мәҫәлән, 5000 һум.
2️⃣ Фатирҙа нисә кеше теркәлеүе иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2 кеше теркәлгән икән ти, закон буйынса һәр кем ошо хаҡтың яртыһын түләргә тейеш, йәғни 2500 һум.
3️⃣ Льгота тик МХО-ла һәләк булыусының ғаилә ағзаһына ғына тәғәйенләнгән. Компенсация уның өлөшөнән иҫәпләнә һәм 60% тәшкил итә. Йәғни, әгәр уның өлөшө 2500 һум тәшкил итһә, компенсация күләме 1500 һум була.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан