Юғалтыу...
Коллегабыҙ, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова вафат.
Был хаҡта “Учалы гәзите”хәбәр итә.
Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова 1964 йылдың 1 сентябрендә Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт карьераһын “Серп и молот” гәзите редакцияһында башлай. Хәбәрсенән алып баш мөхәрриргә тиклем хеҙмәт юлы үтә.
Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге етәксеһе булып эшләй.
2021 йылда Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, хушлашыу 10 декабрҙә Учалы ҡалаһында була.
Хеҙмәттәшебеҙҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.