ЮЛДАШ радиоһы


Гео и язык канала: Казахстан, Казахский
Категория: Новости и СМИ


Похожие каналы

Гео и язык канала
Казахстан, Казахский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций


350-гә яҡын кешелә шәкәр диабеты асыҡлаған.

“Сәләмәтлек поезы” табиптары республика ауылдарында халыҡты тикшерә. Апрель башынан белгестәр 80 мең самаһы ҡабул итеү үткәргән. 93 кешелә яман шеш, 9 кешелә — туберкулез табылған. Уларҙың барыһы ла артабан тикшерелеү өсөн республика дауаханаларына ебәрелгән.

Был аҙнала күсмә медицина бригадалары Әбйәлил, Дыуан, Яңауыл, Краснокама ауылдарында эшләй. Мобиль үҙәктәрҙең эш теҙмәһе менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.


Өфөләге яңы урамға Федор Шаляпиндың исеме бирелә.

Ул Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүендә урынлашҡан һәм Гоголь урамы, 1 адресы буйынса "бөйөк бас" йәшәгән йорт эргәһенән үтә.

Фотола: тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова бөйөк йырсының скульптураһы янында. Уның янына һеҙ ҙә ултырып китергә теләһәгеҙ, Ф.Шаляпин исемендәге Музыка музейына рәхим итегеҙ.


Ҡыярға сәсәп үлгән...

🥀 Республика уҡыу йорттарының береһендә ҡот осмалы хәл.
Мәләүездә Эвелина исемле 21 йәшлек ҡыҙ ҡыяр ашаған һәм сәсәп киткән. Ризыҡ тамағына торған. Бүлмәләш ҡыҙы уға ярҙам итергә маташҡан, хәленән килмәгәс, табиптарҙы саҡырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ятаҡҡа килеп еткән табиптар студенттың үлемен теркәгән.

Ҡыҙҙың яҡындары был ҡот осҡос хәлгә әле булһа ышана алмай. Табип ярҙамы ваҡытында һәм тейешенсә күрһәтелһә, уны ҡотҡарып булыр ине, тип иҫәпләй. Хәҙер улар Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тикшереү үткәреүҙе һорай.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


Айырылышам тиһәң - 5 мең ...

Финанс министрлығында айырылышыу өсөн дәүләт пошлинаһын 650 һумдан 5000 һумға тиклем арттырырға тәҡдим иттеләр.


Башҡортостанда бер автомобиль юл ситенә сығып осҡан.

Фажиғә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының Ассы ауылына боролош янында теркәлгән.

Дәүләт автоинспекцияһының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел машина менән идара итеүсе водитель идара һәләтен юғалтып кюветҡа төшөп киткән. Һөҙөмтәлә ул ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм дауаханаға оҙатылған.


Республикала талпан энцефалитын йоҡтороусылар кәмей.

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 16 осраҡ теркәлгән. Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 44 процентҡа аҙыраҡ.

Белгестәр әйтеүенсә, талпан энцефалиты йышыраҡ Белорет районында теркәлә. Өфө, Ҡариҙел, Ишембай һәм Мәләүез райондарында берәр осраҡ асыҡланған.


Сәләмдәрегеҙҙе яҙығыҙ 📩


Иғтибар! Өфөлә Комсомол урамының бер өлөшө ябылды.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көньяҡ сығыу юлынан Урман хужалығы техникумына тиклемге арауыҡта транспорт хәрәкәте туҡтатылған. Был участкала һыу торбалары яңыртыла.

Сикләү 2 июлгә тиклем ғәмәлдә була.


Хәйерле иртә!

🍓Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә.

Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

Һауа температураһының республикала +17, +22, Өфөлә +17, +19 градус йылы булыуы күҙаллана.




🎶 Яңы йыр!

Илнур Лоҡман - "Ҡараңғы төндәрҙә..."
Сәмиғулла Лоҡманов көйө, Тимур Хәсәнов һүҙҙәре.


Янып бөтә яҙған ауылда - һабантуй.

Былтыр урман янғындары арҡаһында Ҡурған өлкәһенең Йондоҙ ауылы бик ныҡ зыян күрҙе: 228 йорт янды, 7 кеше утта һәләк булды. Ауыл күмәк көс менән тергеҙелә, яңы йорттар һалына. Изге эштә бөтөн ил буйынса битараф булмаған кешеләр ҡатнаша.

"Халыҡтың, элекке тормошон тергеҙеүгә өмөтө уянды. Тормош дауам итә, быйыл өлкә һабантуйын Йондоҙ ауылында үткәрергә ҡарар ителгән. Байрам ныҡлы рухтың һынмағанын, беҙҙең ҡайғыларҙа һәм шатлыҡтарҙа берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтте, - тип хәбәр итә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.


Милләттәштәребеҙҙе ҡеүәтләргә, байрам кәйефен бүләк итергә Башҡортостан вәкилдәре лә килде. Сибай театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы һабантуйға йәм бирҙе. Ә Дыуан районы байрамға башҡорт ихатаһы ҡороп, уның янында төрлө милли уйындар ойошторҙо.


Бөгөн - моряктар көнө.

Бөгөн "Өфө һөйләй" тапшырыуында моряктар хәтирәләрен барланыҡ. Тыңлаусыларыбыҙ Илеш районы Абдулла ауылынан Фәнис Ғафаров тураһында ла һөйләне. Ул Владивостокта хеҙмәт иткән. Хөрмәтле ветеранға 96 йәш.


Башҡортостанда мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр өсөн махсус реабилитация программаһы әҙерләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, психотерапевт һәм психиатрҙар ярҙам итергә әҙер. Мутлашыусылар ҡорбаны булғандар баш мейеһен, йөрәген, башҡа ағзаларын тикшертә ала, шулай уҡ стресс, ҡурҡыу һәм борсоу тойғолары менән көрәшеү өсөн дауаланыу ҡарала. Әле 20-нән ашыу кеше медицина ярҙамы алған.

Табиптарға ышаныс телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Телефоны – 8-347-295-02-36.


"Тыуған яғым, ҡурай сәскә атҡан ерем".

Өфө фән һәм технологиялар университеты ошолай тип аталған фотоконкурс ойоштора. Ул Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын 2000 йылда тамамлаған Илдар Бикҡужин иҫтәлегенә арнала.

Илдар Рәшит улы тәүге белеме буйынса фотограф. Студент йылдарында уҡ эшкә урынлашҡан "Кафедра" университет гәзитендә егерме йылдан ашыу хеҙмәт итә. Диплом алғас та, туған факультетында фотожурналистиканан уҡыта башлай. Һуңғы йылдарҙа ул туризм өлкәһендә әүҙем эшләне. Хәләле Венера менән асҡан "Бишбармаҡ" милли аш-һыу студияһы Өфөгә килгән ҡунаҡтар һәм ҡалала йәшәүселәр өсөн популяр урынға әйләнде.

Илдар Биҡҡужин быйыл апрель аҙағында вафат булды. Уның иҫтәлегенә фотоконкурста 8-11 класс уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала: https://uust.ru/events/get/konkurs-fotografij-moj-rodnoj-kraj-gde-cvetet-kuraj/


Көрәш һарайы - баш ҡалабыҙ юбилейына төп объекттарҙың береһе.

Уны асыу тантанаһы 31 авгусҡа билдәләнгән - ҙур спорт байрамы көтөлә. "Рәсәй - спорт державаһы" форумы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы үтә", - тип хәбәр итә Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Көрәш һарайы республикалағы иң ҙур спорт, мәҙәни, ял итеү үҙәге була. Бындай ҙур спорт объекттарын төҙөгәндә спортсыларҙың да фекере иҫәпкә алына. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Көрәш һарайын проектлау этабында Башҡортостандың Көрәш федерацияһы, башҡа спорт төрҙәре вәкилдәре үҙ тәҡдимдәрен индергән.


Беҙҙең Альберт – Рәсәй Геройы!

Ошо көндәрҙә тыуған яғында – Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Рәсәй Геройы Альберт Зәйнуллин булып киткән. Ул яуҙағы батырлыҡтары өсөн илдең иң юғары наградаһы менән билдәләнгән.
Башҡорт батырын Мәтәл ауылында яҡташтары йылы ҡаршы алған, осрашыу үткәргән.

Альбертҡа һаулыҡ һәм имен-һау тыуған яғына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!


Башҡортостан журналистары – МХО биләмәһендә.

Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеген яҡлаған яҡташтарҙың хәл-әхүәлен, көнкүреш шарттарын белешеү, улар менән яҡындан танышып аралашыу, мәҡәләләр эшләү маҡсатында даими рәүештә командировкаға барып тора. Бындай осрашыуҙар яҡташ яугирҙәрҙең рухын күтәреүгә лә булышлыҡ итә. Әлеге көндә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм билдәле блогер Илдар Юлдыбаев МХО биләмәһендә эшләй.

"Мәҡәләләр баҫыласаҡ. Яңы юлъяҙмалар нигеҙендә Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы ла донъя күрер”, - тип хәбәр итә “Башҡортостан" гәзите.


Тәртип өсөн билдә.

Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың тәртибенә билдә ҡуйыла башлауы ихтимал. ТАСС агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдең гражданлыҡ йәмғиәтен һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Рәсәй президенты ҡарамағындағы совет ултырышында мәғариф өлкәһенә яңы үҙгәрештәр тәҡдим ителде.

Уға ярашлы, белем алыусының тәртибе насар билдә алған осраҡта уҡыусы имтихандарға индерелмәй.


Ура! Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар - "Озон" кәштәләрендә!

Хәҙер урындағы эшҡыуарҙар үҙҙәренең тауарҙарын маркетплейстағы махсус бүлеккә урынлаштыра ала.

“Башҡортостанда етештерелгән” - ун беренсе төбәк витринаһы. Ул урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн асылды. Беренсе этапта был кәштәлә республикабыҙҙан илленә ашыу етештереүсе брендтың тауарҙары ҡуйыла. Артабан исемлек киңәйтелә", - ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Был программаға инеү өсөн Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы аша ғариза бирергә кәрәк.

Показано 20 последних публикаций.