2024 йылда республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам өсөн 10 миллиард йүнәлтелде.
Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
"
Сығанаҡ: "Башинформ"
Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
"
Алда махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү буйынса етди эш тора. Беҙ фронтҡа, яңы төбәктәргә, Курск һәм Белгород өлкәләренә 142 гуманитар ылау оҙаттыҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары бар. Ошо маҡсатҡа 10 миллиард һум йүнәлтелде. Был беҙҙең өсөн төп йүнәлеш булып тора. Шуға күрә киләһе йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде», — тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: "Башинформ"