ҠОЯШЫМ☀️🙂🫶
Иртәләрҙә ҡулым һуҙып
Ҡаршы алам, Ҡояшым.
Һин яратҡас, мин дә һине
Бик яратам, Ҡояшым.
Алтын нурың тигеҙ бүлеп
Таратаһың, Ҡояшым.
Бар кешене тигеҙ күреп
Яратаһың, Ҡояшым.
Ҡайһы саҡта ҡара болот
Һине ҡаплай, Ҡояшым.
Тик барыбер тынмайһың һин
Беҙҙе тапмай, Ҡояшым.
Алһыу таңда үҙ яныңа
Мине ал һин, Ҡояшым,
Бик бейеккә, күк ситенә
Алып бар һин, Ҡояшым.
Тик бер аҙҙан Ергә кире
Ҡайтарып ҡуй, Ҡояшым.
Тыуған ерһеҙ, кешеләрһеҙ
Йәшәй алмам, Ҡояшым!
#ФирҙәүесБәширова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя
Иртәләрҙә ҡулым һуҙып
Ҡаршы алам, Ҡояшым.
Һин яратҡас, мин дә һине
Бик яратам, Ҡояшым.
Алтын нурың тигеҙ бүлеп
Таратаһың, Ҡояшым.
Бар кешене тигеҙ күреп
Яратаһың, Ҡояшым.
Ҡайһы саҡта ҡара болот
Һине ҡаплай, Ҡояшым.
Тик барыбер тынмайһың һин
Беҙҙе тапмай, Ҡояшым.
Алһыу таңда үҙ яныңа
Мине ал һин, Ҡояшым,
Бик бейеккә, күк ситенә
Алып бар һин, Ҡояшым.
Тик бер аҙҙан Ергә кире
Ҡайтарып ҡуй, Ҡояшым.
Тыуған ерһеҙ, кешеләрһеҙ
Йәшәй алмам, Ҡояшым!
#ФирҙәүесБәширова
🤍 Һин.Шиғыр.Донъя