✨РАМАҘАНДЫҢ ҺУҢҒЫ УН ТӨНӨ ✨
Иң бөйөк мәл яҡынлашып килә. 20 марттан 21-нә ҡарай төндә Рамаҙандың һуңғы өлөшө башланасаҡ. Йәғни, был изге айҙың ахырғы ун төнөн ҡаршылаясаҡбыҙ, ин шәъ Аллаһ. Ғалимдар әйтеп үтеүенсә, был төндәр тап 21-се төндә башлана. Рамаҙан айы 29 көн буласаҡмы, әллә 30 көнмө - уныһы мөһим түгел.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺбыл төндәр еткәс, ғибәҙәттеренә айырыуса иғтибарлы булған. Ғәйшә (радыйаЛлаһү ғәнһә) былай тигән: «Аллаһ Рәсүле ﷺРамаҙандың һуңғы ун көнөндә, башҡа көндәргә ҡарағанда, күберәк тырышлыҡ күрһәтә торған ине».
Пәйғәмбәребеҙ ﷺбыл төндәрҙе намаҙҙарҙа үткәргән һәм ғаиләһен дә намаҙға тип уятыр булған. Ғәйшә (радыйаЛлаһү ғәнһә) былай тип хәбәр иткән: «Рамаҙандың һуңғы ун төнө еткәс, Пәйғәмбәр ﷺбилен нығыраҡ быуып алыр ине, төндәрен ғибәҙәт ғәмәлдәрендә үткәрҙе һәм (намаҙға тип) ғаилә ағзаларын да уятты». “Билен нығыраҡ быуып алыр ине” тигәнде нисек аңларға? Тимәк, ул ғибәҙәт менән генә булған һәм ҡатындарына ла яҡынламаған.
Мөмкинлеге булған ир-егеттәр Рамаҙандың һуңғы ун төнөн иғтикәфтә үткәрә. Йәғни, ғәҙәти эштәрен, ғаиләһен ҡалдырып, был көндәрҙә мәсеттә була. Намаҙҙар ҡыла, зикерҙәр әйтә, Ҡөрьән уҡый, күп итеп доға эшләй.
Әлеге хәлебеҙгә ҡараһаҡ, күбебеҙ Рамаҙанды илһамланып, айырым бер көс-дәрт менән ҡаршы алабыҙ ҙа, айҙың аҙағында һүлпәнлек күрһәтәбеҙ, вайымһыҙға әйләнәбеҙ. Ошо бөйөк төндәрҙе битараф ҡына вайымһыҙлыҡта үткәреп ебәрмәһәк ине. Аллаһ биргән мөмкинлектең ҡәҙерен беләйек.
Ни өсөн был төндәргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк һуң❓
Сөнки шул арауыҡта Бөйөк Ҡәҙер төнө була. Уны Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләргә кәрәк.
♦️Ҡәҙер төнөнөң өҫтөнлөктәре ♦️
🔻Аллаһ был төндә Изге Ҡөрьәнде төшөрә.
Был - Раббыбыҙҙың беҙгә ҡарата оло бер ниғмәте. Сөнки ошо Изге Китап буйынса йәшәгәндәр был донъяла ла, Әхирәттә лә бәхеткә өлгәшә.
🔻Был төндә күпләп фәрештәләр төшә.
Билдәле булыуынса, фәрештәләр - гонаһһыҙ саф бер заттар. Улар һәр ваҡыт изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт менән килә.
🔻Был төн мең айға ҡарағанда ла яҡшыраҡ.
Быға тиклем булған ҡайһы бер өммәт вәкилдәре мең йыллап йәшәгән. Ә беҙҙең ғүмеребеҙ күпкә ҡыҫҡараҡ булһа ла, бер төндә генә 83 йыллыҡ әжергә ирешеү мөмкинлеге бирелгән.
🔻Был төндә Аллаһ Тәғәлә тәҡүәле ҡолдарын ғазаптарҙан ҡотҡара.
Ихлас күңелдән ғибәҙәттә булып, Уның ярлыҡауына, мәрхәмәтенә ирешергә мөмкин.
🔻Раббыбыҙ бөл төн тураһында тотош бер сүрә төшөргән.
Был Ҡәҙер төнөнөң бөйөклөгөн, мөһимлеген күрһәтеп тора.
Ҡәҙер төнө ҡасан була❓
Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ҡәҙер төнөн Рамаҙандың һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ,» - тигән. Был төндәрҙең бөтәһен дә ғибәҙәттә үткәреү хәйерле. Әммә Ҡәҙер төнө таҡ һанлы төндәрҙең береһендә булырға мөмкин. Сөнки Пәйғәмбәрҙең ﷺ: «Ҡәҙер төнөн Рамаҙандың һуңғы таҡ һанлы төндәрендә эҙләгеҙ,» - тигән һүҙҙәре лә билдәле. Тимәк, был төн 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, йә 29-сы төндәрҙең береһендә булырға мөмкин.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Уны (Ҡәҙер төнөн) эҙләүсе һуңғы ете төндәрҙең береһендә эҙләһен,» - тигән һүҙҙәре лә килеп еткән. Йәғни, Ҡәҙер төнө 25-се, 27-се, йә 29-сы төндә булырға мөмкин.
Шулай уҡ бер сәхәбәнән килгән риүәйәт буйынса, был төн егерме етеһенә тап килә. Әммә ғалимдар, бөтә хәҙистәрҙе йыйып, шундай һығымта яһай: Ҡәҙер төнө йыл һайын шылып барырға мөмкин. Шуға күрә уны Рамаҙандың һуңғы таҡ һанлы төндәрендә эҙләү яҡшыраҡ. Бөтә ун төнөндә ихлас ғибәҙәттә үткәреү тағы ла хәйерлерәк.
Ни өсөн Ҡәҙер төнөнөң аныҡ ҡына ваҡыты билдәле түгел❓
Быны Аллаһтың беҙгә ҡарата булған мәрхәмәте тип ҡабул итергә кәрәк. Билдәле генә ваҡыт булһа, беҙ шул мәлде генә көтөп тик йөрөр инек. Билдәле булмағас, беҙ Ҡәҙер төнөн ун төндә лә эҙләйбеҙ, көтәбеҙ. Күберәк ғибәҙәттә булырға тырышабыҙ икән, тимәк, күберәк әжер-сауапҡа ирешәбеҙ. Рамаҙандың һуңғы ун төнөн йоҡлап, вайымһыҙлыҡта, кәйеф-сафа ҡороу менән үткәреп ебәргән кеше юғалтыу кисреүселәрҙән булыр. Ғибәҙәттә булған кеше тик уңышҡа ғына өлгәшер, ин шәъ Аллаһ. Ун төн буйы ихлас доғала һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙә булған кеше һис шикһеҙ Ҡәҙер төнөнөң әжеренә өлгәшер.