САБЫР БУЛАЙЫҠ!
🙏🏻 Кешеләрҙән зыян күп күргән булһағыҙ, ағайҙарының көнсөллөгө, хыянаты арҡаһында күпме ауырлыҡтар күргән Йософ пәйғәмбәрҙе иҫкә алығыҙ.
🙏🏻 Бик ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, океан һыуы аҫтындагы кит ҡарынында ҡалған Юныс пәйғәмбәрҙе хәтерләгеҙ! Һеҙҙең хәл ниндәй генә ҡатмарлы булһа ла, уныҡы ише үк түгел инде.
🙏🏻 Кемдер ғәйбәтегеҙҙе һатып йөрөй икән, Ғәйшә анабыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Уны ла урынһыҙ ғәйбәт менән кәмһетергә тырышҡандар бит.
🙏🏻 Әгәр ҙә ауырыу тәнегеҙ ауыртыуҙарҙан һыҙлана икән, Әйүп пәйғәмбәрҙе иҫкә алығыҙ. Уның һыҙланыуҙары һеҙҙекенә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ булған.
🙏🏻 Әгәр ҙә ниндәйҙер эштең барып сығасағына шикләнәһегеҙ икән, Нух пәйғәмбәрҙе хәтерләгеҙ. Ул бер нимәгә ҡарамай үҙ кәмәһен төҙөгән бит.
🙏🏻 Әгәр һеҙҙән яҡындарығыҙ көлә икән, күпме мыҫҡыллап көлөүҙәргә түҙгән пәйғәмбәребеҙ МӨХӘММӘТ Мостафа саллАЛЛАҺУ ғаләйһиәссәләмде иҫкә алығыҙ.
Аллаһы тәғәлә пәйғәмбәрҙәргә һынауҙарҙы беҙ уларҙан үрнәк алһын өсөн, сабырлыҡ күрһәтһен өсөн биргән бит инде!