Йондоҙнамә
(30 декабрь – 5 ғинуар)
Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Йылан йылы һеҙҙең өсөн өмөтлө буласаҡ. Һәр саҡ үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ. Теләһә ниндәй өлкәлә лә уңыштар көтөгөҙ. Шуныһы мөһим – дуҫтарығыҙ, фекерҙәштәрегеҙ күбәйер. Шәхси тормошоғоҙҙан, ниһайәт, ҡәнәғәт булырһығыҙ. Май, август айҙары бигерәк тә һәйбәт көтөлә.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Уй-фекерҙәрегеҙ һуңғы арала күп булды. Хәҙер уларҙы бойомға ашырырға ваҡыт етте Ауыр хәлдәрҙә һәр саҡ яҡын кешеләрегеҙ ярҙам күрһәтер. Иң ҙур ҡыйынлыҡтар апрель-май айында көтөлә. Артабан барыһы ла һәйбәтләнер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Яҡындағы ике-өс ай һеҙҙең өсөн хәл иткес буласаҡ. Тормош тағы ла һынап ҡарарға маташыр. Әгәр һынауҙы тейешенсә үтә алһағыҙ, артабан тыныс осор башланыр. Июндән һуң төрлө етди үҙгәрешкә әҙерләнегеҙ. Уларҙың күпселеге һеҙҙең файҙаға тамамланыр.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Быйыл башлаған эштәрегеҙҙе уңышлы дауам итерһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ тағы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Һәр саҡтағыса уларға ярҙамығыҙ тос булыр, кәрәк саҡта үҙегеҙ ҙә терәк тойорһоғоҙ. Ҡайсаҡ иңегеҙгә артыҡ яуаплылыҡ алыуығыҙ даими ҡамасаулар.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Йондоҙҙар ярҙамын һәр саҡ һиҙеп торорһоғоҙ. Эшегеҙҙең йомғаҡтары бигерәк тә апрелдә һәм ноябрҙә һиҙелер. Йыл башында тормошоғоҙ яңы кешеләр менән бәйле булыр. Ышанысһыҙҙар үҙҙәре хаҡында тиҙ белгертер. Уларҙан ары тороуығыҙ хәйерле.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Йыл башында һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Шулай ҙа етди мәсьәләләр килеп сыҡмаҫҡа тейеш. Май-июнь айҙарында алдығыҙҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр – уларҙы күрергә тырышығыҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Яңы йылды күтәренке кәйеф менән башлап ебәрерһегеҙ. Ниәттәрегеҙ асыҡланды, бараһы юлдарығыҙ билдәле. Март айында ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамларһығыҙ. Уның һөҙөмтәләре оҙаҡ һиҙелер. Фекерҙәштәрегеҙ арта барыр. Кәрәк саҡта уларға таянырға мөмкин булыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яңы башланған йыл һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып торор. Оҙаҡ яңғыҙ йөрөгәндәр үҙенә иш табыр. Айырым йәшәргә теләгәндәр ҙә мораҙына ирешер. Май айында йөрәгегеҙ бер аҙ елкенеп алыр, ләкин был ваҡытлыса ғына булыр. Етдиерәк тойғоларҙы көҙгә табан кисерерһегеҙ, моғайын.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Үтеп барған йылда арыу уҡ көс-тир түктегеҙ. Әле артыҡ көсәнмәй генә башлаған эштәрегеҙҙе дауам итергә кәрәк. Элек башҡарған эштәрегеҙ өсөн аҡса оҙаҡ ҡына даими килеп торор. Сентябрь айында бәғзеләр тормош юлдашын да табыр һымаҡ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Һеҙҙе бер аҙ тәнҡитләмәйенсә булмаҫ. Арыуыҡ йәшегеҙгә ҡарамаҫтан, кешеләргә ҡарата артыҡ ышаныусан булыуығыҙ алға барырға һаман да ҡамасаулап тора, шикеле. Май-июнь айҙарында уңайлы мәлдәр күбәйер, уларҙы күреп файҙаланыуығыҙ мөһим.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Йондоҙҙар һеҙҙе һәр саҡ дөрөҫ йүнәлеш буйынса алып барыр, хаталарығыҙҙы ла ваҡытында төҙәтергә ярҙам итер. Эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла уңырһығыҙ. Хатта элек һирәк-мирәк үҙҙәрен һиҙҙереп торған сирҙәрегеҙ онотолор. Аралашыуҙар күбәйер. Көҙ көнө тормошоғоҙға яңы кеше инер.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Әле башланған йылда һеҙҙе мөһим ваҡиғалар көтә. Май яңы мөмкинлектәр һәм тәүге ҙур уңыштар килтерер. Август айында яңыса, икенсе ысулдар менән эш итерһегеҙ кеүек. Айырым осраҡтар ваҡытлыса бер аҙ артҡа сигенергә лә мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Шулай ҙа йыл тос һәм һиҙелерлек йомғаҡтары менән ҡыуандырыр.